Все новости
Мәҙәниәт
22 Сентября 2017, 16:57

ҺӘР САҠ ХӘТЕРЕБЕҘҘӘ

Кисә районыбыҙҙың үҙәге Ермолаево ауылының Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнеүсе тыл хеҙмәтсәндәре хөрмәтенә стенд асыу тантанаһы үтте. Был стендтағы исемлеккә 61 кеше ингән. Сарала район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге начальнигы Ләйсән Нуриәхмәтова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, ветерандар советы рәйесе Алексей Тарасов һәм ветерандар, тыл батырҙарының туғандары ҡатнашты.

- Беҙ геройҙарыбыҙҙы белергә, улар менән ғорурланырға бурыслыбыҙ. Үҙҙәренең иңдәрендә һуғыш ауырлыҡтарын күтәргәндәр һәр саҡ беҙҙең хәтеребеҙҙә булырға тейеш. Районыбыҙҙың ветерандар советы рәйесе Алексей Тарасовҡа рәхмәт, был стенд уның башланғысы менән эшләнде”, - тине Ләйсән Ғәйнулла ҡыҙы һәм район үҙгендәге музейыбыҙға тип яҡташ рәссамыбыҙ Николай Плотников ебәргән картинаны тапшырҙы. Алексей Павлович та беҙҙә тыл хеҙмәтсәндәренә ошондай хөрмәт күрһәтеүҙәренә ҡыуанысын йәшермәне һәм был стендты асыуҙа спонсор ярҙам күрһәтеүсе “Нива” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Старков Виктор Ивановичҡа ҙур рәхмәтен әйтте.

Стендтағы исемлектә туғандары булған ҡунаҡтар ҙа үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Сара һуңында музей директоры Гөлнур Ғөбәйҙуллина тарафынан ҡунаҡтар музей менән яҡыныраҡ танышты.

Автор фотоһы

Читайте нас: