Все новости
Мәҙәниәт
26 Сентября 2017, 14:07

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҘӘ ҠАЛЫШМАНЫ

22-23 сентябрҙә ике көн буйына Күмертауҙа «Казачий спас» III Төбәк-ара казак мәҙәниәте фестивале үтте. Тәүге көндө «Рассвет» мәҙәниәт һарайында фольклор коллективтары конкурста ярышты. Уларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Наталья Лапшина тәбрикләне.

Байрамдың йомғаҡлау өлөшө ҡаланың Совет майҙанында уҙҙы. Бында ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев, БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абдраҡов, Епископ Николай ҡатнашты.

Төрлө категорияла еңеүселәр билдәләнде. Дипломанттар һәм лауреаттар араһында ҡаланың «Рассвет» мәҙәниәт һарайы ансамблдәре лә бар. Шулай уҡ райондың Иҫке Отрада ауылынан Любовь Бокова етәкләгән «Рябинушки» халыҡ фольклор ансамбле II дәрәжә, «Казачата» ансамбле III дәрәжә дипломдары менән бүләкләнде. Бахмут ауылынан Владимир Назаров менән Николай Шишкиндың «Колокольчики» ҡалаҡ һуғыусылар ансамбле I дәрәжә лауреаты исемен яуланы. Ермолаевонан Ирина Ежова етәкләгән «Ладушки» фольклор ансамбле II дәрәжә лауреаты исемен алды.
Читайте нас: