Все новости
Мәҙәниәт
26 Сентября 2017, 14:03

ДИПЛОМЛЫ БУЛДЫЛАР

20 сентябрҙә Өфөлә Республика халыҡ ижады үҙәгендә «КЛУБ’оk XXI века» исемле конкурстың икенсе этабы үтте. Был конкурс 2013 йылдан алып үткәрелә һәм унда «Иң яҡшы район мәҙәниәт йорто (һарайы)», «Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт һарайы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнә.

Быйыл конкурста ҡатнашыр өсөн барлығы 39 заявка бирелгән. Уларҙың 6-һы район, 33-ө ауыл мәҙәниәт йорттарынан. Финалға 23-ө үткән. Бәхетлеләр араһында Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто ла бар. Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто балетмейстеры Венер Хәмитов Өфөгә барып, диплом алып ҡайтты. Уға баш ҡалаға барырға ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиев, «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкая, Күмертау мәҙәниәт идаралығы начальнигы Светлана Тураева ярҙам иткән. Финалға үткән конкурсанттар еңеп сығып, 100 мең һумлыҡ грантҡа эйә булыр өсөн киң күләмле сара күрһәтергә тейеш. Морапталдарға уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: