Все новости
Мәҙәниәт
3 Октября 2017, 19:20

ДӘРТЛӘНЕП БЕЙЕНЕЛӘР

Ҡансыра ауылында Оло йәштәгеләр көнө уңайынан матур сара уҙғарылды.

Ҡансыра ауылында Оло йәштәгеләр көнө уңайынан матур сара уҙғарылды.

Байрамса биҙәлгән залдағы өҫтәл артына Ҡансыраның иң хөрмәтле кешеләре — ололары йыйылды. Был көндө ғүмерҙәре буйы хеҙмәт итеп, әле хаҡлы ялда булған яратҡан ауылдаштарыбыҙҙы тәбрикләнек. Уларҙың ҡайһы берҙәре әле һаман да йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Шәбағыш ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ветерандар өсөн шәп концерт программаһы күрһәтте. Йыр-бейеүгә, уйын-көлкөгә бай сара шаулап-гөрләп үтеп китте. Ололар үҙҙәре лә йәштәр менән бергә йырланы, рәхәтләнеп, дәртләнеп бейене.

Шундай күңелле байрам ойошторорға ярҙам иткәндәре өсөн Ҡансыра депутаттарына оло рәхмәт белдерәбеҙ.

Гөлназ РӘИМОВА-ӘБСӘЛӘМОВА

Шәбағыш ауылы
Читайте нас: