Все новости
Мәҙәниәт
13 Октября 2017, 18:06

ТЕЛҺӨЙӘРҘӘР ҒАИЛӘҺЕ

«Һәр кем үҙенең туған телен белергә, яратырға, өйрәнергә бурыслы»,- ошо һүҙҙәр дежур фразаға ғына әйләнеп барған бер дәүергә аяҡ баҫҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ түгелме? Туған телде өйрәнеү бурысмы ул, әллә йөрәк ҡушыуымы, әллә... Һуңғы көндәрҙә ошо тирәлә сыуала уйҙарым.

«Һәр кем үҙенең туған телен белергә, яратырға, өйрәнергә бурыслы»,- ошо һүҙҙәр дежур фразаға ғына әйләнеп барған бер дәүергә аяҡ баҫҡаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ түгелме? Туған телде өйрәнеү бурысмы ул, әллә йөрәк ҡушыуымы, әллә... Һуңғы көндәрҙә ошо тирәлә сыуала уйҙарым.

Зәк-Ишмәт мәктәбендә өс туған тел өйрәнелә — бының менән ғорурланабыҙ! Балаларыбыҙ башҡорт, рус, татар телдәрен туған тел булараҡ өйрәнә. Өс телде лә берҙәй яратҡан ғаиләләр ҙә бар Зәк-Ишмәттә. Күп улар, тик бөгөн бер ғаилә тураһында һөйләмәксемен. «Телһөйәрҙәр ғаиләһе» тип атағым килә уларҙы.

Әлфиә апай Йосопова ғаиләһендә һигеҙ бала тәрбиәләнә. Үҙенең өс балаһы өҫтөнә тағы ла биш бала алып ҡараусы, гел йылмайып-көлөп кенә торған был апайҙы ихтирам итәм. Уңған да ул, егәрле лә, сая ла, бөтмөр ҙә! Һәм тағы ла мин белеп бөтмәгән әллә ниндәй яҡшы сифаттары булыуына иманым камил.

Әлфиә апайҙың үҙенең улдары Рәсим менән Айнурҙың татар телен өйрәнеүенә берәү ҙә аптыраманы шикелле мәктәптә. Нимәһенә аптырайһың инде, Зәк-Ишмәттә тыуып-үҫкәндәр бит! Татар егеттәре!

Ә бына Альбина күптәрҙе шаҡ ҡатырҙы. Башланғыс кластарҙан башҡорт телен өйрәнде. Өйрәнде тип кенә әйтеү дөрөҫ тә булмаҫ әле ул. Башҡорт телен туған телеләй күреп яратты. Уның менән төрлө конкурстарға әҙерләнгәнебеҙ бөгөнгөләй күҙ алдымда. Конференцияларҙа теләп ҡатнашты уҡыусым. Башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосын ятлап мәктәптә күптәрҙе хайран итте. «Урал батыр»ҙы яттан һөйләп районда, республикала сығыш яһаны, грамоталар менән бүләкләнде. Тел өлкәһендә булған уңыштары өсөн Мәскәүгә, Кремль шыршыһына, барыу бәхетенә иреште. Бына һиңә татар ҡыҙы! Мәктәпте тамамлап, уҡырға киткәс тә: «Конкурста ҡатнашырға ине, башҡортса шиғыр һөйләргә уйлайым, ниндәй авторҙы тәҡдим итерһегеҙ икән?» - тип кәңәш һорап йөрөнө әле ул. Үҙенең туған татар телен яратҡан, башҡорт телен ихтирам иткән, теләп өйрәнгән, был тел уның өсөн һәр ваҡыт кәрәк тип һанаған уҡыусым Альбина менән ғорурланам. Киләсәктә врач буласаҡ Альбина кешеләрҙең тәнен генә түгел, йәнен дә дауалар, тип уйлайым. Башҡаса булдыра ла алмаясаҡ ул.

«Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек?» - тип әллә ҡайҙан мине күреп, башҡортса һаулыҡ һорашыусы Әлфиә апайҙың улы Рөстәм булыр. Был алсаҡ, йөҙөнән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәгән егетте яратмау мөмкин түгел. Ҡасан ғына миңә аптырап ҡарап ултырған, башҡортса бер һүҙ белмәгән малай ине. Мәктәпте тамамлауға уҡырға ла, яҙырға ла, хатта һөйләшергә лә өйрәнде. Афарин, Рөстәм! Ана ниндәй егет хәҙер!

«Айгүзәл, ни өсөн әсәйең һине башҡорт телен өйрәнергә бирҙе икән, уйлап ҡарағаның булманымы», - тип һорайым. Шундай етди ҡыҙ ул: «Айһылыу менән мин үҙ телебеҙҙе белһен өсөн инде. Игорь менән Диманы рус төркөмөнә бирҙе — улар ҙа үҙ телен яҡшы белһен өсөн», - ти Айгүзәл. Айгүзәл дә Альбина апаһы өлгөһөндә тәрбиәләнә. Районда уҙғарылған шиғыр һөйләүселәр конкурстары унһыҙ үтмәй, «Урал батыр» эпосын да ятланы, призлы урындар алды. Эстафетаны һылыуы Айһылыуға тапшырырға йөрөй. Бәләкәй Айһылыу былтыр уҙған «Республикамды данлайым!» район конкурсында призлы урын алып шатландырҙы. Бына шундай башҡорт ҡыҙҙары йәшәй беҙҙең ауылда.

Дима менән Игорь тураһында ла яҙа биреп ҡуйған инем инде. Был ике егет башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә, бәләкәй булһа ла уңыштары бар. Әлегә улар башҡорт телен бик яҡшы аңлай, киләсәктә һөйләшә лә башларҙар, тип өмөт итәм.

Балаларҙың әсәһе Әлфиә апай менән ысынлап та ғорурланырлыҡ бит! Төрлө милләт балаларын бер ҡыйыҡ, бер ҡанат аҫтына алып, һәр береһендә үҙ туған теленә һөйөү тәрбиәләй ул. Барыһын да ярата, шул балалар тип йәшәй, балаларым матур йәшәһен тип тырыша. Иң мөһиме: балалары бер ваҡытта ла «Әсәй, мин бер нәмә лә аңламайым, ни өсөн мине туған телемде өйрәнеүҙән мәхрүм иттең?» - тип әйтмәйәсәк!

Айгөл ГУРЬЯНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы

Читайте нас: