Все новости
Мәҙәниәт
16 Октября 2017, 12:43

ИЛКӘНӘЙҘӘРҘЕҢ “АЛТЫН ТИРМӘ”ҺЕ

Илкәнәй мәҙәниәт йортонда, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналып, ағинәйҙәр ярҙамында ойошторолған «Алтын тирмә» уйыны үткәрелде.

Илкәнәй мәҙәниәт йортонда, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналып, ағинәйҙәр ярҙамында ойошторолған «Алтын тирмә» уйыны үткәрелде.

Был сара барыһының да күңеленә хуш килде. Ауыл йәштәренең ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына ҡаршы уйнауҙары бик отошло булды, сөнки йәштәрҙең ололарҙан ҡалышмай Башҡортостаныбыҙ тураһында бик күп бай мәғлүмәт белеүҙәре күңелде шатландырҙы.

Командалар оҫта итеп С. Юлаев шиғырына көй сығарып йырлап ишеттерҙе, төрлө шәхестәр тураһында һорауҙарға ла тулы яуап бирҙе, халыҡ йырҙарынан көйҙәрҙе лә танынылар, башҡорт халыҡ әкиәттәренән өҙөктәр ҙә сәхнәләштерҙеләр. Уйын ауылыбыҙ ағинәйҙәре Рәйфә Буранғолова һәм Фәрзәнә Мөхәмәтшиналарҙың йырҙары менән үрелеп барҙы. Ошо матур сараны ойошторған клуб мөдире Рина Әхтәмова менән ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Гөлдәр Шәмсетдиноваға, ағинәйҙәребеҙ: Рәйфә Буранғоловаға, Фәрзәнә Мөхәмәтшинаға, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары – Зөлфиә Араптановаға, Гүзәл Мөхәмәтшинаға, Әлфиә Аҙнабаеваға, Нурзиә Әхтәмоваға, Әлиә Ғәлиеваға һәм йәштәребеҙ: Руслан Аҙнабаевҡа, Рушания Аҡбулатоваға, Юлиә Солтанғужинаға, Ильяс Әхтәмовҡа, Данил Усмановҡа ауыл халҡы исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ, һәр саҡ шулай әүҙем булып төрлө сараларҙан ситтә ҡалмауҙарын һорайбыҙ. Уларға иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы, дәрт-дарман насип булһын!

Светлана ӘХТӘМОВА
Илкәнәй ауылы

Читайте нас: