Все новости
Мәҙәниәт
17 Октября 2017, 16:56

«АЛЛАҺ» ҺҮҘЕНЕҢ ИЛАҺИ ТӘЬҪИРЕ

Күптән түгел Нидерланд психологы Ван дер Ховен Ҡөрьән Кәримде уҡыу һәм «Аллаһ» һүҙен ҡабатлау ваҡытында тап булған асышын хәбәр итә.

Күптән түгел Нидерланд психологы Ван дер Ховен Ҡөрьән Кәримде уҡыу һәм «Аллаһ» һүҙен ҡабатлау ваҡытында тап булған асышын хәбәр итә.

Профессор үҙенең асышын өс йыл буйына күп кенә кешеләр өҫтөндә алып барған тәрән эҙләнеүҙәр тәжрибәһе менән раҫлай. Уның пациенттары мосолман булмай, күптәре ғәрәпсә бер һүҙ ҙә белмәйҙәр. Уларға «Аллаһ» һүҙен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәтәләр. Һөҙөмтә иҫ киткес була, бигерәк тә, төшөнкөлөккә бирелеү һәм психик ауырыуҙар менән яфа сигеүселәр ыңғай һөҙөмтәләр алалар.

Психолог Ван дер Ховер былай ти: «Ҡөрьәнде ғәрәпсә даими уҡыусылар һәр төрлө психик ауырыуҙарҙан имен булалар. Сөнки унда «Аллаһ» һүҙе күп тапҡыр ҡабатлана».

Шуның менән бергә профессор «Аллаһ» һүҙендәге һәр бер хәрефенең психик ауырыуҙарҙы дауалағанда уйнаған ролен аңлата.

Мәҫәлән, «Һәмзә» менән «әлиф» һулышты контролдә тотоп, һулыш юлының эшсәнлеген яйға һала. «Ләм» - һулышты еңеләйтә. Аҙаҡҡы хәреф «һә» үпкә менән йөрәкте тоташтыра. Был тоташыу, үҙ сиратында, йөрәк тибешен тәртипкә һала.

Был асыштағы иң ҡыҙыҡлы факт шул – Ван дер Ховен мосолман түгел.

Аллаһҡа маҡтауҙар булһын! Ул үҙенең серҙәрен кемгә теләһә, шуға аса:

«Аллаһы - Тәғәлә хикмәтте теләгән кешеһенә бирә. Тәхҡыйҡ, кемгә хикмәт бирелһә, ул кешегә Аллаһы Тәғәләнән күп хәйерҙәр бирелде» («Бәҡара»: 269.), - тиелә.

Нурия ХӘЛИЛОВА
Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: