Все новости
Мәҙәниәт
17 Октября 2017, 17:20

ҮҘЕБЕҘ СӘБӘПСЕ

Туған тел бөгөн йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Уны көйләү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. З. Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ғөмүмән, был йәһәттән Башҡортостан башлығының указы ифрат урынлы. Уны ғәмәлгә ашырыу телебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемебеҙгә бәйле.

Туған тел бөгөн йәмәғәтселекте борсоған көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Уны көйләү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р. З. Хәмитов Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен үҫтереү буйынса саралар тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ғөмүмән, был йәһәттән Башҡортостан башлығының указы ифрат урынлы. Уны ғәмәлгә ашырыу телебеҙ яҙмышына битараф булмаған һәр кемебеҙгә бәйле.

Донъя йөҙөндә 2 миллион тирәһе башҡорт йәшәй, тиҙәр. Яңылышмаһам, 2009 йылда уҡ ЮНЕСКО тарафынан башҡорт теле бөтөү ҡурҡынысы аҫтында торған телдәрҙең береһе тип билдәләнгән. Быға беҙ үҙебеҙ генә сәбәпсе, ғәйепте башҡаларҙан түгел, иң беренсе үҙебеҙҙән эҙләйек, милләттәштәр. Милләтебеҙҙең һан яғынан кәмеүенә айырыуса ҡатнаш никахтар, ҡыҙҙарыбыҙҙың сил ил егеттәренә кейәүгә сығыуҙары, йәш башҡорт ғаиләләренең сит өлкәләргә эшләргә, йәшәргә күсеп китеүҙәре сәбәп булып тора. Башҡортостандан Себерҙә 130-140 мең ир-ат эшләй, тиҙәр.

Унан ҡала телебеҙҙе бөтөрөүҙә кеҫә телефоны, телевизор, компьютер ҙа кире роль уйнай. Уҡыусы балаларҙың башҡортса китап, гәзит уҡыуы – хәҙер һирәк күренеш. Атай-әсәйҙәрҙең дә ҡайһы берҙәре балаларын русса уҡытырға тырыша, йәнәһе БДИ-ны яҡшы билдәләренә бирергә тейеш. Был – яңылыш уйлау. Белеү, өйрәнеү, уҡыу үҙеңдән тора. Беҙ, элек русса бик яҡшылап белмәһәк тә, тракторсыға, шоферға уҡыныҡ, башҡа һөнәрҙәрҙе лә үҙләштерҙек.

Балалар мәктәпкә уҡырға барғас та, уларҙың кеҫә телефондарын класс етәкселәре йыйнап алып ҡуйһын ине. Балаларға уларҙы дәрестәрҙән һуң, өйҙәренә ҡайтҡанда ғына бирергә кәрәк.

Балаларыбыҙ телевизор ҡарау менән дә бик мауыҡмаһын ине. Бигерәк тә уларҙы әхләҡи яҡтан боҙоусы каналдарҙы. БСТ, Ҡурай, Тамыр каналдары туған телебеҙҙә алып барыла. Күберәк шул каналдарҙы ата-әсәләр балалары менән бергәләп ҡараһын ине. Юлдаш радиоһы ла туған телде өйрәнеүҙә ныҡлы ярҙам итә ала, уны ла тыңларға, балаларға тыңлатырға кәрәк, тип уйлайым. Һәр башҡорт ғаиләһендә туған тел мөхите булдырырға кәрәк. Һинең балаң ысын башҡорт булһын өсөн, уның донъяға тыуыуы ғына етмәй, уны башҡорт итеп тәрбиәләргә кәрәк.

Үҙен башҡортмон тип иҫәпләгән һәр ата-әсә, беренсенән, балаһына башҡорт телен туған тел булараҡ уҡытыуҙы һорап ғариза яҙырға тейеш, икенсенән, өйҙә туған телдә һөйләшеүҙе өҫтөн ҡуйырға һәм туған телдә аралашырға кәрәк, өсөнсөнән, һәр кем милли матбуғатҡа яҙылырға тейеш. Интернет селтәрендә лә туған телдә аралашыуҙы таратырға бурыслыбыҙ. Күмертау ҡалаһында, Көйөргәҙе районында 90 меңләп халыҡ йәшәп тә, милләттәштәребеҙ туған телебеҙҙә сыҡҡан «Юшатыр» гәзитенә әҙ яҙыла, уның тиражын кәмендә 3 меңгә еткерергә кәрәк.

Ошо үрҙә аталған бурыстарҙы теүәл еренә еткереп үтәһәк, туған телебеҙ ҙә, үҙебеҙ ҙә юғалмаясаҡбыҙ. Башҡа милләттәр араһында ла абруйыбыҙ артасаҡ. Бөтәһе лә үҙебеҙҙән тора, милләттәштәр.

Телебеҙ бөтә, тип зарланмайыҡ. Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ, тип йәшәргә кәрәк.

Ҡорбанғәли СӨЛӘЙМӘНОВ
Яҡуп ауылы

Читайте нас: