Все новости
Мәҙәниәт
23 Октября 2017, 13:40

ЕҢЕҮҘӘРЕНӘ ЫШАНАБЫҘ

18 октябрҙә Яңы Морапталда ҙур байрам үтте. Был сара үткәреләсәге хаҡында беҙ бер нисә мәртәбә яҙып та сыҡҡайныҡ. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, морапталдар БР Мәҙәниәт министрлығы ойошторған «КЛУБ ок XXI века» республика конкурсының финалына үткәйнеләр. Улар әле финалға сыҡҡан 8 ауыл клубы араһында «Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто» исемен яулар өсөн көрәшә.

«Ҡуллама һәм сәк-сәк байрамы»на килгән ҡунаҡтарҙы Мораптал ауылы башында уҡ ҡаршы алдылар. Уларҙы шыжлап торған самауыр сәйе эсереп, тәмле ҡоймаҡтар, сәк-сәк менән һыйлағандан һуң яҡташыбыҙ Баязит Бикбайҙың «Ҡоҙаса» спектакленән өҙөк күрһәттеләр. Ә мәҙәниәт йортоноң фойеһын был көндө танырлыҡ та түгел ине. Ауыл тормошон яҡтыртҡан матур күргәҙмәләр, фольклор ансамблендә ҡатнашыусыларҙың флешмобы, хужабикәләрҙең оҫталыҡ дәрестәре... Быларҙың барыһы ла килгән халыҡты һоҡландырмай ҡалманы.

Тамашасыларҙы бигерәк тә тирмәләр ҡыҙыҡһындырҙы. Уларҙың береһендә данлыҡлы яҡташтарыбыҙ Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән Баязит Бикбайға арналған әйберҙәр тупланған. Икенсеһендә башҡорт халҡының тормош-көнкүреше күрһәтелгән ине. Бында Мораптал ере хаҡында мауыҡтырғыс мәғлүмәт тупларға, шәл бәйләү серҙәренә төшөнөргә мөмкин булды. Шулай уҡ сағыу костюмдарҙағы көләс йөҙлө әртистәрҙең сығышы берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Сәхнә түрендә башҡорт һәм татар фольклоры сығыштары бер-береһен алыштырып ҡына торҙо.

Шулай итеп ҙур, матур сара үтеп тә китте. Морапталдар конкурста еңеп сығып, лайыҡлы 100 мең һум аҡсалы булырҙар, тип ышанабыҙ.

Светлана ТУРАЕВА, ҡала мәҙәниәт идаралығы директоры:

- Бындай конкурс бер нисә йыл рәттән уҙғарыла килә. Былтыр конкурста бер генә еңеүсе булмаған, ә 100 мең һумды бер нисә еңеүсегә бүлеп биргәндәр. Конкурсты баһалаусы

ларҙың быйыл ниндәй ҡарар ҡабул итерҙәре билдәһеҙ әлегә. Шулай ҙа беҙҙең морапталдарға күпме булһа ла аҡса эләкһен ине, тигән теләктәмен.Уларҙың еңеп сығыуҙарына бик ныҡ ышанабыҙ.

Гөлнара НАФИҠОВА фотоһы
Читайте нас: