Юшатыр
-18 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Мәҙәниәт
23 Октября 2017, 11:36

ҮӘТ ШӘП БУЛДЫ

Яҡут ауылында ҙур концерт булды.

Яҡут ауылында ҙур концерт булды. Унда Өфөнән килгән билдәле әртистәр Бибисара Азаматова, Сәғиҙулла Байегет һәм яҡташыбыҙ — Мораптал егете Рәмзил Ниғмәтуллин сығыш яһаны. Улар беҙҙең райондың ике ауылында — Яҡшымбәттә һәм беҙҙә концерт күрһәттеләр. Хаҡы ла әллә ни ҡыйбат түгел, ни бары 150 һум ғына ине.

Концерт иҫ киткес шәп булды, уны һүҙҙәр менән генә аңлатып бөтөрлөк тә түгел. Тамашасылар бигерәк күп ине, күбеһенә ултырырға урын етмәне. Күрше Ҡалта, Аллабирҙе, Аҡһары, Мораптал ауылдарынан да килгәндәр. Һәр сығыш дәррәү ҡул сабыуҙар менән оҙатылды. Әртистәргә бүләккә яҡташтарым баҡса сәскәләре бүләк итте. Рәхәтләнеп ял итеп ҡайттыҡ.

Шундай күңелле тамаша бүләк итеүселәргә, уны ойоштороусы Рәмзиә һәм Рәүеф Әбйәлиловтарға ҙур рәхмәт әйтке килә.

Тәнзилә ЯЛСЫҠАЕВА
Яҡут ауылы

Читайте нас в