Все новости
Мәҙәниәт
23 Октября 2017, 13:02

ҘУРЛАНЫЛАР

Алтын көҙ байрамдарға айырыуса бай. Ҡалабыҙҙа бер-бер артлы үткәрелгән Оло йәштәгеләр көнө, Уҡытыусылар көнө, Республика көнө кеүек байрамдарҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән кеше кем тиһегеҙме? Закир Насир улы Әкбәров булыр.

Алтын көҙ байрамдарға айырыуса бай. Ҡалабыҙҙа бер-бер артлы үткәрелгән Оло йәштәгеләр көнө, Уҡытыусылар көнө, Республика көнө кеүек байрамдарҙың уртаһында ҡайнап йөрөгән кеше кем тиһегеҙме? Закир Насир улы Әкбәров булыр.

Беренсенән, ул Күмертау ветерандар советы рәйесе, икенсенән, педагогик хеҙмәт ветераны һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тағы ла яҙыусы-сатирик. Шуға күрә нәҡ ошо көндәрҙә ҡасандыр Закир Насир улы үҙе етәкләгән 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатында уның ижад кисәһе үтте. Кисәлә Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Стәрле» әҙәби берекмәһенән Закир Әкбәровтың ижадташ дуҫтары, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылары ойошмаһы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге премия лауреаты, балалар яҙыусыһы, татар - башҡорт поэзияһының күрке Земфира Муллағәлиева, шағир Рәсим Шәфи-Рәхмәт, шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Фатима Ғәлиева, Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, уҡыусылар, студенттар, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Закир Әкбәровтың 14 йылы мәктәптә үтә, унан 12 йылы совет һәм партия органдарында яуаплы вазифалар: Күмертау район Советы башҡарма комитетының мәғариф бүлеге мөдире, район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, Күмертау ҡала комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, идеология буйынса секретарь, икенсе секретарь булып эшләй. 1991-94 йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы 2-се һанлы интернат-мәктәбе коллективына етәкселек итә. 1994 йылда республиканың «Кызыл таң» гәзитенә үҙ хәбәрсе итеп эшкә саҡырыла. 1994-1997 йылдарҙа ҡалабыҙҙың «Время» (аҙаҡ «Кумертауское время») гәзитенең баш мөхәррире булып эшләй.

Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Закир Әкбәров ижад өсөн дә ваҡыт таба, әлеге ваҡытта ул - «Йылдар һәм юлдар» романы, биш повесть, ике йөҙләп хикәйә, юмореска, йөҙләгән мәҫәл, публицистик әҫәрҙәр авторы. Күмертау яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлеге ағзаһы, яҙыусы-сатирик Закир Насир улы Әкбәров Башҡортостанда татар прозаһын әйҙәп барыусыларҙың береһе, күренекле әҙиптәребеҙ тарафынан сатирик проза оҫтаһы булараҡ танылған яҙыусы ла, шағир ҙа.

Кисәлә «Стәрле» әҙәби берекмәһе, Күмертау шағирҙарының поэтик күстәнәсе, Земфира Муллағәлиеваның илһамланып бейеүе, Раушания Айбулатова һәм Йәмил Рафиҡовтың автор һүҙҙәренә яҙылған йырҙары ижади байрамға мәртәбә өҫтәне, ә Рената Яҡупова һәм Вероника Тютюнникованың йырҙары йәш быуындан рәхмәт булып яңғыраны. Кисәне ойоштороусыларға, гимназия-интернат директоры Фәһим Фәрғәт улы Боҫҡановҡа һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе Йәүҙәт Авғанур улы Усмановҡа айырыуса рәхмәт әйтәһе килә.

Күмертау ҡалаһы

Читайте нас: