19-20 октябрҙә Стәрлетамаҡта 5-се тапҡыр «Ашҡаҙар таңдары» Төбәк-ара конкурсы уҙҙы. Өс йыл һайын үткәрелгән бәйгегә Һамар, Ҡазан ҡалаларынан һәм башҡа тарафтарҙан фольклор коллективтары йыйылғайны. Ике көн барған байрамға Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың да килеп китеүе сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.
«Йәшлек» район мәҙәниәт йортоноң Йәмилә Рамаҙанова етәкләгән «Аҡбуҙат» фольклор ансамбле 45 фольклор коллективы араһында 2-се урын яулап, лауреат исеме һәм 15 мең һум аҡсалата премия алып ҡайтты. Улар Экология йылына арналған һәм бик актуаль проблемалар күтәргән «Шишмә буйында» тигән матур байрам күрһәткән. Ансамблдең етәксеһенә рухлы балалар тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт әйтеүселәр ҙә күп булған. Ә Йәмилә Сабир ҡыҙы үҙ сиратында балаларҙың ата-әсәләренә оло рәхмәт белдерә.
Мәрйәм Юлдыбаеваның «Йәнтөйәк» ансамбле 2021 йылда үтәсәк Халыҡ-ара Умартасылар конгресына арнап, «Бал тәмләү» йолаһын күрһәтеп, 3-сө дәрәжә дипломға һәм 10 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Ойоштороусылар барлыҡ райондарға 2020 йылда Башҡортостанда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнә башларға тәҡдим иткәндәр. «Йәнтөйәк»тәр премия аҡсаһын костюмдар тегеү өсөн тотонмаҡсы.
Күмертауҙың Ринат Хәйбуллин етәкселегендәге Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле лә был бәйгелә ҡатнашты. Улар «Май сәйе» йолаһын күрһәтеп, дипломант булды.