Все новости
Мәҙәниәт
31 Октября 2017, 17:00

АКСАКОВ ГЕРОЙҘАРЫ БЕҘҘЕҢ ПАРКТА

Күмертауҙың Коммунальниктар паркында бына ошондай яңы һәйкәл хасил булды. Бер йыл элек ҡаланың 1-се мәктәбенең 6 А класы уҡыусылары Сергей Аксаковтың «Ал сәскә» әкиәте геройҙарына арнап скульптура эшләргә тәҡдим иткәне тураһында«Юшатыр»ҙа ла яҙып сыҡҡайныҡ.

Уҡыусыларҙың проекты ҡала хакимиәте ярҙамы менән тормошҡа ашырылып та ҡуйҙы. Әйткәндәй, Башҡортостан Республикаһында әҙәби геройҙарға арналаған бындай һәйкәлдәр бер ҡайҙа ла юҡ икән. Тап шуның өсөн дә мәктәп балалары шундай идея менән сығалар ҙа инде. Ҡала башлығы Борис Беляев был идеяны хуплап, уҡыусылар менән фекер алышҡас, күмәкләп скульптура ҡуйыласаҡ урынды билдәләнеләр. Ә ҡаланың баш архитекторы балалар менән бергә буласаҡ һәйкәлдең эскизын эшләй һалып ҡуйҙы. Бына хәҙер Коммунальниктар паркында әкиәттең төп геройҙары — Настенка менән Ғифрит үҙ урындарына килеп тә торҙо. Уҡыусы балаларҙың шулай итеп ҡала мөхитен матурларға ынтылыуы хуплауға ғына лайыҡ.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан

Читайте нас: