Все новости
Мәҙәниәт
31 Октября 2017, 17:33

БАРЫҺЫ ЛА КИЛДЕ

Оҙаҡламай ауыл эшсәндәре көнө. Ошо айҡанлы, үткән шәмбе Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова тарафынан матур концерт ойошторолдо.

Оҙаҡламай ауыл эшсәндәре көнө. Ошо айҡанлы, үткән шәмбе Яҡут мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәмзиә Әбйәлилова тарафынан матур концерт ойошторолдо.

Үҙешмәкәр артистар, үҙҙәренең ауылындағы Киров исемендәге хужалыҡтың 3-сө бригадаһы хеҙмәтсәндәрен ҡотлап, уларға дан йырланы. Ялан батырҙарын байрам менән тәбрикләп Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиев, был бригаданың иҫәп-хисапсыһы Наурат Яматов матур һүҙҙәр әйтеп сығыш яһаны.

- Районда ла була ҙур байрам 3 ноябрҙә, тик бында ауылдан барыһы ла бара алмай, шуға ла ауылыбыҙ малсыларына, һауынсыларына, игенселәренә бағышлап концерт үткәрергә булдыҡ. Барыһы ла килде, рәхмәттәр әйтте. Иң мөһиме, балалар ошо ауыр эштә тир түгеүсе хеҙмәтсәндәребеҙҙе белеп, уларҙы хөрмәт итеп үҫһендәр тигән маҡсатта үткәрелгән сара булды”, - ти Рәмзиә Әбйәлилова. Ысынлап та, концертта һәр эшсегә арналған ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны, “Юшатыр” фольклор ансамбленең “Игенселәр” йыры барыһының да күңеленә хуш килде. “Моң” вокаль ансамбленең, мәҙәниәт йортона түңәрәккә йөрөүсе йырсы һәм бейеүселәрҙең дәртле сығыштары ла эшсәндәрҙең күңелдәрен күтәрҙе.

Мәҙәниәт йорто фойеһында ауыл ағинәйҙәре тарафынан әҙерләнгән “Икмәк – илем байлығы” тип аталған күргәҙмә лә ойошторолғайны. Унда ондан бешерелгән төрлө аҙыҡ-түлек урын алды.
Читайте нас: