Все новости
Мәҙәниәт
8 Ноября 2017, 13:56

ҺӘР БАЛАҒА - БҮЛӘК

Байрам алдынан Яҡут мәҙәниәт йортона барып, ҙур мәҙәни сара ҡарап ҡайттыҡ. Яҙыусы С. Маршактың әҫәрҙәре менән башланып китте был байрам. Әҙилә, Лиана Ҡәҙерғоловалар яҙыусының шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, тамашасылар ҙа тик кенә ултырманы, яҙыусының әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән һорауҙарға яуап бирҙе. Маршак әҫәрҙәрен ололарҙың әлеге көндә лә бик яратып уҡығандарын, биргән һорауҙарҙың яуаптарынан аңларға була ине. Был сарала балалар ғына түгел, ололар ҙа ихлас күңелдән ҡатнашып ултырҙы. Хәлиҙә Ҡәҙерғолова, Роза Әбйәлилова, Эльвира Мәсәғүтова һәр бер һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырманы.

Сараның икенсе өлөшөндә Берҙәмлек көнөнә бәйле тик берҙәмлек менән генә халыҡтарҙың күп йылдар элек Рәсәйҙе һаҡлап алып ҡалыуҙары тураһында Таңһылыу Исламғолова бик тасуири итеп аңлатты. Бәләкәй генә балаларҙың рус халыҡ бейеүен өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре бөтәһенең дә күңеленә хуш килде, байрамға сағыу төҫ бирҙе. Тәрбиәсе апалары Рәсимә Ялсыҡаеваның был эшкә күп көс һалғаны күренеп тора. Октябрь революцияһының 100 йыллығы уңайынан оло быуын кешеләренән Нәсибә Ҡәҙерғәлина хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ул хатта комсомол значогын да ошо көнгәсә бик ҡәҙерләп һаҡлаған. Октябрят, пионер, комсомол беҙҙең өсөн юғары төшөнсәләр булды, тип һөйләне ул. Йәшерәк быуын кешеләре Рәмзиә Әбйәлилова ла үҙенең хәтирәләрен һөйләп, Октябрь революцияһы көнө бик ҙур тарихи байрамдарҙың береһе икәнен аңлатып, халыҡты ҡотланы. Ә концерт аҙағында инде Яҡут башланғыс мәктәбе балалары «Ағинәйҙәрҙең» үтенесен үтәне: балалар Зөһрә Фәйзуллинаның «Үҫеп етербеҙ әле» тигән китабын һөйләп бирергә тейештәр ине. Балалар китапты уҡып сыҡҡан, шиғырҙарын яттан һөйләнеләр. Яҙыусының «Ах, бәлә, бәлә» тигән театрлаштырылған әҫәрен күрһәттеләр. Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйырға китапханасы Т. Исламғолова ярҙам иткән. Бик ҡыҙыҡлы әҫәрҙә төп ролде апалары Гөлшат Яматова башҡарҙы. Ә инде балалар - Радмир Ҡәҙерғәлин, Азамат Сарлыбаев, Динар Ғәниев, Динислам Ялсыҡаев, Байрас Әбйәлилов, Айгүзәл Ҡәҙерғәлина, Алина Ғөбәйҙуллина бик матур тамаша күрһәтте. Клубтан һәр бер бала бүләк менән ҡайтып китте. Шундай матур сара өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт.

Хәмдиә РӘШИТОВА,
«Ағинәйҙәр» ойошмаһы рәйесе
Яҡут ауылы

Читайте нас: