Все новости
Мәҙәниәт
8 Ноября 2017, 13:58

СӨМБӨЛӘ БАЙРАМЫ

Яҡут ауылының "Толпар" балалар баҡсаһында "Сөмбөлә" байрамы үтте. Был байрам көҙгө уңыш йыйыу эштәре тамамланғас, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә.

Яҡут ауылының "Толпар" балалар баҡсаһында "Сөмбөлә" байрамы үтте. Был байрам көҙгө уңыш йыйыу эштәре тамамланғас, көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә.

Балалар баҡсаһы матур итеп биҙәлгән, өҫтәлдә балаларҙың атай-әсәйҙәре ярҙамы менән төрлө йәшелсәләрҙән яһалған уйынсыҡтарҙан күргәҙмә эшләнгәйне. Быйылғы йыл уңыштарға мул булды, тәрбиәселәр Рәсимә Ялсыҡаева менән Гөлфиә Исламғолова көҙҙөң муллығын төрлөсә күрһәтергә тырышҡан. Балаларҙың йәшелсәләр менән ярышыуы, күпертеп бешерелгән бәлештәр, балаларҙың тыпырлатып бейеүҙәре, йырҙары, шиғырҙары байрамға йәм генә өҫтәне. Байрамға өләсәй булараҡ саҡырылып килгән мин, бәләкәй генә "Сөмбөлә" Айгүзәл Ҡәҙерғолова менән балаларға төрлө һорауҙар бирҙек, көҙ тураһында йомаҡтар сисергә, һынамыштар әйтергә, юрамыштар әйтергә ҡуштыҡ. Балалар бик зирәктәр, яуаптарын тиҙ генә табалар. Иң мөһиме шул: был байрам балаларға икмәк ниндәй ҡыйынлыҡ менән табылыуын, эшләгән кешенең өҫтәле һәр ваҡыт мул булыуын, көҙҙөң дә үҙенең матурлыҡтары бар икәнен аңлата. Килгән ҡунаҡтар мул табында тәмле сәйҙәр менән һыйланып, балаларға, тәрбиәселәргә рәхмәт әйтеп таралышты.

Таңһылыу ИСЛАМҒОЛОВА
Яҡут ауылы

Читайте нас: