Все новости
Мәҙәниәт
17 Ноября 2017, 18:37

«АҠБУҘАТ» – ҺӘР САҠ ЙӘШ

Өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансамбленә -15 йыл!


Өлгөлө “Аҡбуҙат” башҡорт фольклор ансамбленә -15 йыл!

Башҡортостандың халыҡ сәсәне, фольклорсы Мөхәммәтша Буранғолов 1917 йылда Урта Бабалар ауылында сәсән Ғәтиәтулла Бикҡужиндан башҡорт халҡының «Аҡбуҙат» эпосын һүҙмә-һүҙ яҙып ала. «Урал батыр» эпосының дауамы булараҡ, «Аҡбуҙат» та халҡыбыҙҙың бик ҡиммәтле рухи хазинаһы ул. 2002 йылдың ғинуар айында Көйөргәҙе районы «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында төҙөлгән балалар фольклор ансамбле лә юҡҡа ғына уның исеме менән аталманы.

Балаларын башҡорт рухында тәрбиәләргә ынтылған, киләсәк быуындың халҡыбыҙ мәҙәниәте, теле, йыр-моңдары, бейеүҙәре аша үҫеүҙәрен теләгән ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар кескәйҙәрен тап бына ошо үҙешмәкәр коллективҡа йөрөтә. Бығаса коллективта район ауылдарынан, Күмертауҙан өс быуын үҫмерҙәр тәрбиәләнеп сыҡты. Бында һәр саҡ 10-15 бала шөғөлләнә. Уларҙың күбеһе – Халыҡ-ара, Рәсәй, республика, район конкурстары-фестивалдәре еңеүселәре, лауреттары, тырыш уҡыусылар.

Өлгөлө «Аҡбуҙат» ансамбле республикала ҙур кимәлдә үткән «Таҡмаҡтар – 2010» мәҙәни сараһында беренсе, «Ашҡаҙар таңдары» конкурстарында 2011, 2014, 2017 йылдарҙа – икенсе, өсөнсө урындарҙы алып, лауреат булһа, «Халыҡ йолалары- 2012», «Аҡбуҙаттта ҡунаҡта – 2016» мәҙәни сараларында Гран-при яуланы. Талантлы балаларҙың сығышын, үҫешен республикала киң билдәле профессорҙар, фольклор белгестәре Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтангәрәева юғары баһаланы һәм ярҙам да иттеләр. Районыбыҙҙың иң яҡшы коллективтарының береһе булараҡ, «Аҡбуҙат»тар һәр саҡ ҙур байрамдарҙа, сараларҙа сығыш яһай.

Ижади коллективтың уңыштары – йөрәк, күңел көсөн, әсе тирен түгеп эшләгән балалар, ата-әсәләр хеҙмәте ул. Сөнки улар – юлға киткән аҡсаларын иҫәпләмәй, илебеҙгә яҡшылыҡ теләп йәшәгән ябай халыҡ.

Яңыраҡ «Аҡбуҙат»тар 15 йыллығын өҫтәл артында тәмле торт менән сәй эсеп, йыр-бейеүҙәр, уйындар менән үҙҙәренсә ҡаршыланы. Байрамға «Тамыр» студияһынан «Тау-тау хәбәрҙәр» ҙә килгәйне. Был сара тураһында белгегеҙ килһә, 21 ноябрь, 16-00 сәғәттә БСТ-ла ҡарай алаһығыҙ!

Ермолаево ауылы

Читайте нас: