Все новости
Мәҙәниәт
17 Ноября 2017, 19:06

Зыя рухы йыйҙы

15 ноябрҙә ҡаланың Күмерселәр һарайында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Күмертауҙа йәшәп, ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған, йәш быуында милли музыка ҡоралдарына һөйөү тәрбиәләүсе Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары төбәк-ара фестивале үтте.

15 ноябрҙә ҡаланың Күмерселәр һарайында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Күмертауҙа йәшәп, ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә күп көс һалған, йәш быуында милли музыка ҡоралдарына һөйөү тәрбиәләүсе Зыя Хәлилов исемендәге башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары төбәк-ара фестивале үтте.

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары фольклорын өйрәнеү, тергеҙеү һәм үҫтереү программаһы», халыҡ ижады ҡаҙаныштарын пропагандалау нигеҙендә уҙғарылған фестиваль башҡорт халыҡ көйҙәре, заманса эшкәртелгән халыҡ көйҙәре, классик әҫәрҙәр номинацияларында һәм төрлө йәш категориялары буйынса ойошторолдо.

Бәйгелә Күгәрсен, Миәкә, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Стәрлебаш райондарынан, Мәләүез, Күмертау, Өфө, Баймаҡ, Сибай, Салауат ҡалаларынан килгән 44 яңғыҙ башҡарыусы һәм 12 ансамбль, барлығы 212 кеше ҡатнашты.

Уларҙың сығыштарын абруйлы жюри ағзалары — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Венер Рәжәп улы Йылҡыбаев, танылған йырсы Юнир Һағынбаев, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Салауат Зыя улы Хәлилов баһаланы.

Гран-приға Өфө ҡалаһынан килгән, ҡурайҙа һәм ҡумыҙҙа өҙҙөрөп уйнаған Илнур Хәйруллин лайыҡ тип табылды.

Күмертауҙың Ринат Хәйбуллин етәкләгән Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор коллективы ансамблдәр номинацияһының 1-се дәрәжә лауреаты булды. 16 йәшкәсә яңғыҙ башҡарыусылар араһында Күмертауҙан Иҙел Тунников (етәксеһе Дим Асаинов) 2-се дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булды. Шулай уҡ Дим Асаиновтың уҡыусыһы Элиза Усманова «Тамашасы һөйөүе» призын яуланы. Ололар категорияһында Күмертауҙан Тимерғәле Бикбаев, Дим Асаинов һәм Фаил Кәримов 2-се дәрәжә, Көйөргәҙе районынан Айҙар Хөснөтдинов, Фәрит Юлтыев 3-сө дәрәжә лауреаттары дипломына эйә булды.

Гала-концерт Зыя Хәлилов иҫтәлегенә бағышланған кисә формаһында үтте. Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар менән бүләкләнде.

Күмертау ҡалаһы
Автор фотоһы

Читайте нас: