Все новости
Мәҙәниәт
28 Ноября 2017, 14:42

ИКЕ ДИПЛОМ БЕҘҘЕКЕЛӘРҘӘ

Өфөлә үткән «Башҡорт шәле — 2017» X Республика фестиваль-конкурсы Әсәләр көнөнә арналды. Быйылғы сараға республикабыҙ төбәктәренән барлығы 150 ҡул эше оҫтаһы йыйылды.

Өфөлә үткән «Башҡорт шәле — 2017» X Республика фестиваль-конкурсы Әсәләр көнөнә арналды. Быйылғы сараға республикабыҙ төбәктәренән барлығы 150 ҡул эше оҫтаһы йыйылды.

Байрамға БР Мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Зөһрә Исмәғилева һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков килде. Абруйлы жюри ағзалары ҡул эштәрен баһалап, сығыштарҙы ҡарағандан һуң иң-иңдәрҙе билдәләне.

Күмертау ҡалаһынан оҫталар бәйгеһендә Үҙәк китапхананың «Ажур» оҫтабикәләр студияһы (етәксеһе Әлфиә Дәүләтшина) һәм «Рассвет» мәҙәниәт һарайының «Сулпылар» вокаль ансамбле (етәксеһе Фатима Усманова) составындағы мәҙәниәт идаралығының ижади коллективы һәм 3-сө БРГИ уҡыусылары Әлиә Дәүләтшина менән Розалина Ибраһимова ҡатнашты. Уларға спонсорлыҡ ярҙамын ҡала мәҙәниәт идаралығы һәм Әлфиә Шәмиғолова рәйеслегендәге Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты күрһәтте.

Көйөргәҙе районынан конкурста «Йәшлек» район мәҙәниәт һарайы режиссеры Йәмилә Рамаҙанова етәкселегендә «Көйөргәҙе селтәрҙәре» командаһы ҡатнашты. Был төркөмдәге Илкәнәй, Таймаҫ, Кинйәбай, Шәбағыш, Зәк-Ишмәт, Яңы Муса, Айсыуаҡ ауылдарының 15 шәл оҫтаһы бәйгегә үҙҙәренең 14 шәлен алып килгәйне.

Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы коллективтары «Башҡорт шәлен рекламалау ролигы» ижади программаһы» өсөн диплом һәм «Башҡортостан Республикаһының художестволы һөнәрҙәрен тергеҙеү, үҫтереү һәм һаҡлау» өсөн Почет грамоталарына лайыҡ булды. Мамыҡ шәл өсөн лауреат дипломдары барлығы өс кешегә эләкте. Шуларҙың икеһе беҙҙекеләрҙә булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Лауреат исемен Күмертауҙан Альмира Клементьева һәм Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылынан Вәсилә Ғәббәсова яуланы.

Илкәнәйҙән Рина Әхтәмова һәм Нурзиә Әхтәмова, Таймаҫтан Сәғирә Юлғотлина, Айсыуаҡтан Миңйыһан Ниғмәтова, Кинйәбайҙан Рәмзиә Ғәббәсова, Яңы Мусанан Гөлнара Ғәлләмова яҡшы шәлдәре өсөн дипломдарға эйә булды. Көйөргәҙе районында фольклор һәм сәнғәтте үҫтереүҙә ҙур көс һалғаны өсөн һәм яҡшы ойоштороусы булараҡ, Йәмилә Рамаҙанова грамота, махсус приз менән бүләкләнде.

Был фестиваль-конкурс 2020 йылда республикабыҙҙа үтәсәк Бөтә Донъя Фольклориадаһына әҙерлектең бер этабы булып торҙо.


Өфөлә башҡорт шәле конкурсында булып ҡайттыҡ. Бик оҡшаны, Кинйәбай ауылының «Умырзая» ансамбле лә ҡатнашты һәм дипломға ла лайыҡ булды. Вәсилә Ғәббәсова – беҙҙең ансамблгә күлдәктәр тегеп биреүсе лә, оҫта ҡуллы. Икенсе дипломға лайыҡ булыусы – Рәмзиә Ғәббәсова, улар – бер туғандар. Афариндар, шундай аҙым эшләгәндәре өсөн.

Гүзәл СӘҒИТОВА

Читайте нас: