Ауыл мәҙәниәт йортонда бик ҡыҙыҡлы ла, ихлас та концерт үтте. Рина Әхтәмова, Зөлфиә Араптанова, Рәйфә Буранғолова, Фәрзәнә Мөхәмәтшина, Лариса Нуриеваларҙың әсәйҙәр тураһындағы моңло йырҙары йөрәккә үтһә, Әлфиә Аҙнабава, Гөлфиә Вахитова Рәсимә Ғайсинаның дәртле бейеүҙәре күңелдәрҙе елкетте. Төрлө ҡыҙыҡлы көләмәстәр менән үрелеп барған байрам концерты олоһона ла, кесеһенә лә ифрат оҡшаны. Сара һуңында район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова Илкәнәй ауылы һәүәҫкәрҙәренә йылы рәхмәт һүҙҙәрен әйтте.