Все новости
Мәҙәниәт
5 Декабря 2017, 13:36

ҠЫШТЫҢ ТӘҮГЕ КӨНӨН ҠАРШЫЛАНЫЛАР

Ҡаланың балалар китапханаһында балалар өсөн ҡыш миҙгеленең тәүге көнөнә һәм Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған йәмле байрам ойошторолдо.

Ҡаланың балалар китапханаһында балалар өсөн ҡыш миҙгеленең тәүге көнөнә һәм Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған йәмле байрам ойошторолдо.

Бында балалар ҡыш айҙары тураһында йомаҡтар систе, йырҙар йырланы, үҙҙәре яратҡан әкиәттәр иленә сәйәхәт ҡылды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре улар менән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар ҙа уйнаны, яҡынлашып килгән Яңы йыл шыршыһына матур уйынсыҡтар яһарға ла өйрәтте. Байрам һуңында бәләкәй ҡунаҡтар Ҡыш бабайға үҙҙәренең теләктәрен яҙҙы. «Юрий» аудитор фирмаһынан бүләк тә алып ҡыуанды улар. Шулай итеп, ҡыштың тәүге көнө балалар күңелендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ яҡты тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

Автор фотоһы

Читайте нас: