Все новости
Мәҙәниәт
8 Декабря 2017, 14:33

ИЖАДЫ ӨЛГӨРГӘН САҠ

Был аҙнала Күмертау Үҙәк ҡала китапханаһында шағирә, тәржемәсе һәм журналист Хәлиҙә Алтынбаева менән ижади осрашыу кисәһе уҙҙы.

Был аҙнала Күмертау Үҙәк ҡала китапханаһында шағирә, тәржемәсе һәм журналист Хәлиҙә Алтынбаева менән ижади осрашыу кисәһе уҙҙы.

Унда шағирәнең ҡәләмдәштәре, Күмертау педагогия колледжы студенттары һәм уның ижадын үҙ итеүселәр ҡатнашты. Мәҙәни сараны Күмертау яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Рима Арыҫланова менән үҙәк китапхананың милли әҙәбиәттәр бүлеге ойошторҙо.

Хәлиҙә Солтанғолова – бер нисә поэтик китап авторы. Ул әҫәрҙәрендә тыуған яҡ, атай-әсәй, балалар, кешенең йәшәү мәғәнәһе кеүек мәңгелек ҡиммәттәр тураһында фекерҙәрен китап уҡыусыларға еткерергә тырыша. Шағирә үҙе тураһында һөйләп үтте, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ә инде Хәлиҙә Алтынбаеваның ҡәләмдәштәре: яҙыусылар Кинйәғәли Абдуллин, Закир Акбәров, Исмәғил Аҡъюлов, журналистар Эльфрида Талипова, Тәлғәт Шаһманов уның ижады тураһында бик күп йылы һүҙҙәр, үҙҙәренең кәңәш-теләктәрен әйтте. Уны Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Әле ижады ныҡлы өлгөргән саҡ, тине был хаҡта ҡәләмдәштәре. Шағирәнең яҡташы Нәбил Шәрәфетдинов Хәлиҙә Солтанғолова шиғырына үҙе яҙған йырҙы башҡарып сараны йәмләне.


Наталья ДАНИЛОВА фотоһы


Лә иләһи илләлаһ!
Ошбу олуғ ауаз,
Ҡәлбеләрҙән сығып,
Сикһеҙлеккә табан юл ала,
Асмандарға ашып,
Нурҙар булып,
Һәммә ғаләмдәргә тарала.
Лә иләһи илләлаһ!
Бөйөк изге һүҙҙәр -
Шифа ямғыр -
Йәнә Ер өҫтөнә ул яуа.
Йөрәктәргә инеп урын ала,
Күңелдәргә була ҙур дауа.
Лә иләһи илләлаһ!
Ул — ҡайтауаз, нурҙан туҡылған,
Кире урап ҡайта йыһандан.
Меңдәр тарафынан уҡылған:
Лә иләһи илләлаһ!
Лә иләһи илләлаһ!
Лә иләһи илләлаһ!

Хәлиҙә СОЛТАНҒОЛОВА

Читайте нас: