Все новости
Мәҙәниәт
8 Декабря 2017, 17:04

Rөйөргәҙе иң иңдәре

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында мәҙәниәт буйынса III Республика кәңәшмәһе уҙҙы. Сарала дәүләт власының бар тармаҡтары вәкилдәре ҡатнашты. Унда беҙҙең район һәм ҡала вәкилдәре лә бар.

Яңы Мораптал ауылында октябрь айында «Ҡуллама һәм сәк-сәк байрамы» үткәйне. Был сара менән улар БР Мәҙәниәт министрлығы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған «КЛУБ ок XXI века» республика конкурсының финалында ҡатнашты. Еңеүселәргә 100 мең һум аҡса ла вәғәҙә ителгәйне. Өфөлә үткән сарала ошо республика конкурсының еңеүселәре билдәле булды. Гран-при илештәргә эләкте, ә Мораптал мәҙәниәт йорто «Иң яҡшы ауыл клубы» номинацияһында 1-се урынды яуланы. Уларға сертификат менән бергә 18 мең һум аҡсалата премия тапшырылды. Мораптал мәҙәниәт йорто хореографы Венер Хәмитов һәм «Йәшлек» мәҙәниәт һарайы режиссеры Йәмилә Рамаҙанова «2017 йылдың иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре» дипломдары менән бүләкләнде. Яҡшымбәт ауылы мәҙәниәт йорто «Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеһы» тигән исемгә лайыҡ булды.
Читайте нас: