Все новости
Мәҙәниәт
12 Декабря 2017, 13:58

ҠАЛЫШТЫҠ

Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау филиалы башҡорт һәм татар эстрадаһы йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ҡайт ауаз» төбәк-ара конкурсын үткәрҙе.

Райондың «Йәшлек» мәҙәниәт һарайында Республика халыҡ ижады үҙәгенең Күмертау филиалы башҡорт һәм татар эстрадаһы йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ҡайт ауаз» төбәк-ара конкурсын үткәрҙе.

Был конкурс 2007 йылдан алып ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Ейәнсура, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарынан, Баймаҡ, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларынан 16 йәштән һәм өлкән 31 үҙешмәкәр башҡарыусы ҡатнашты. Улар был конкурста 2 төрлө характерҙағы йыр башҡарҙы.

Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының юғары квалификациялы уҡытыусыһы, «Эстраданың музыкаль сәнғәте» предмет-цикл комиссияһы рәйесе Светлана Рәшит ҡыҙы Уршеева конкурстың жюриһын етәкләне. Жюри Гран-при, өс дәрәжә лауреаттарын һәм дипломанттарын билдәләне.

Шулай итеп, конкурс һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы һәм 1-се урынды Баймаҡтан килгән, 2-се дәрәжә лауреаттары исемен Ейәнсура йырсылары яуланы. Уларҙан ҡалышып, Күмертауҙа 3-сө БРГИ-ла уҡыусы Вероника Тютюнникова һәм «Рассвет» мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Рөстәм Әбсәләмов 3-сө дәрәжә лауреаты, Көйөргәҙе районынан Зәкирә Әлмөхәмәтова конкурстың дипломанты булды. Еңеүселәрҙең барыһына ла диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: