Все новости
Мәҙәниәт
15 Декабря 2017, 14:30

АЙҘАР - ДИСКОТЕКАЛА

«Тамыр» балалар телестудияһы ойошторған «Сулпылар».

«Тамыр» балалар телестудияһы ойошторған «Сулпылар».

бәйгеһендә беҙ әҙ көс һынап ҡараманыҡ. Төрлө саҡтар булды. Быйыл өлгөлө башҡорт фольклор ансамблендә бер йыл йөрөгән Айҙар Мөхәмәтшин менән «тир түктек».

Беренсе интернет тауыш биреүҙә барлығы 300-гә яҡын бала ҡатнашты. Беренсе турҙа Айҙар «Ай, һай, Салауат!» йырын башҡарҙы. Уның йырлауы ғына түгел, ә башҡорт телен яҡшы белеүе, телмәр байлығы, артислығы 72 йырсы араһынан һайлап алынып, 24 йырсы араһында тороп ҡалыуға этәргес булды. Икенсе турҙа жюри йәш конкурсанттарҙан яңы, матур, бейеүҙәр менән биҙәлгән йырҙар, оҫта сәхнәләштереү өмөт итә ине. Был юлы үҙебеҙҙең тарих менән бәйләп, халыҡ көйөнә «Ҡурай» йырын яҙҙым һәм номерҙы дәртле ҡурай моңо менән ағаһы Илшат, бейеү менән һылыуы Аделина биҙәне. Жюри номер хуш килде, юғары балдар менән Айҙар финалға үтте. Күп сығымдар талап иткән конкурс беҙгә оло ҡыуаныс килтерҙе. Сығыш һайын яңы костюмдар, юғары кимәлдәге фонограммалар, сәхнәләштереү талап иткән бәйгенең ун ике финалисы араһына Айҙар дискотекаға саҡырылды! Бында ул Илнур ағаһының «Серле һылыу» йырын башҡарып, йәштәрсә оҫта бейене. «Өфө уттары» дискотекаһында Башҡортостаныбыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған бәләкәй иң сос йондоҙҙарына ҡарап һоҡланып бөтөрлөк түгел ине. Ә ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең күҙҙәренән шатлыҡ йәштәре тәгәрәүе, балаларын ҡосаҡлап бергә бейеүҙәре ситтән күҙәтеүсегә: «Бына ниндәй бәхетле ғаиләләр!», - тип уйларға ғына ҡала ине. Һөҙөмтәлә беҙҙең Айҙар «Сулпылар» конкурсының еңеүселәре араһында икенсе урынды яуланы! Күмәкләгән - яу ҡайтарған. Өләсәһе менән олатаһының ейән-ейәнсәрҙәрен бер туҡтауһыҙ районға репетицияларға йөрөтөүе, йоҡо туйҙырмай «Урал батыр» эпосын ятлауҙары, тел байлығын үҫтереүҙәре, сәхнә серҙәрен өйрәнеүҙәре, Айҙар Мөхәмәтшинды еңеүгә алып килде! Афарин! Яңы йылды яҡшы кәйефтәр менән ҡаршы ала, Илкәнәй йырсыһы Айҙар!
Читайте нас: