Все новости
Мәҙәниәт
15 Декабря 2017, 14:26

ТӨРЛӨ ТЕЛДӘ ЯҢҒЫРАНЫ

Ҡаланың 3-сө китапханаһында «Минең телем — дуҫлыҡ теле» Республика акцияһы сиктәрендә ҙур сара ойошторолдо. Бында ҡалабыҙҙың туған телгә битараф булмаған, шиғыр һөйгән халҡы йыйылды.

Ҡаланың 3-сө китапханаһында «Минең телем — дуҫлыҡ теле» Республика акцияһы сиктәрендә ҙур сара ойошторолдо. Бында ҡалабыҙҙың туған телгә битараф булмаған, шиғыр һөйгән халҡы йыйылды.

Тантананы асыу өлөшөндә философия фәндәре докторы, профессор Андрей Свириденко «Мин башҡорт түгел, әммә Башҡортостансы» тигән шиғырын һөйләп ишеттерҙе. Ҡала ветерандары советы рәйесе Закир Әкбәров: «Татар һәм башҡорт телен белгән кеше 20-ләп башҡа ҡәрҙәш телдәрҙә аралаша ала, рус телен белеүебеҙ тағы ла 20 славян телдәрен аңлауыбыҙҙы өҫтәй. Әгәр беҙҙең заманда инглиз телен дә өйрәткән булһалар, башҡа сит ил халҡы менән дә рәхәтләнеп аралашыр инек», - тигән һүҙҙәренә ҡушып, башҡорт телендә үҙенең бер мәҫәлен уҡып ишеттерҙе. Ҡала татарҙары исеменән һөйләүсе Фәнүс Дашкин ҡалала татар фольклорын да үҫтерергә кәрәклеге тураһында һөйләне. «Куюргаза» гәзитенең элекке редакторы Геннадий Басов телебеҙҙе онотмаҫҡа, ғаиләлә тик туған тел генә яңғырап торһон, тине һәм тәүге уҡытыусыһы, бөткән тыуған ауылы тураһында шиғырын һөйләне. «Юшатыр» гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясов та уның ошо фекерен дауам итеп, туған тел, ауылдарҙың бөтөүе проблемаларын яҡтыртты.

Тантаналы өлөштән һуң, шиғыр һөйләү акцияһы башланып китте. Был көндө үҙ туған телендә шиғыр һөйләргә барлығы 54 кеше теләк белдергән. Хатта, Павловка ауылынан 8 кеше килгән ине. Милли кейемдәрҙә сығыш яһаусылар араһында балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә, мәктәп уҡыусылары ла, йәштәр ҙә, ололар ҙа бар ине. Йырлы-моңло, шиғриәткә бай байрам бик күңелле үтте.

Автор фотолары

12 декабрҙә сәғәт 12-лә бер үк ваҡытта республиканың барлыҡ муниципаль белем биреү учреждениеларында тиерлек «Минең телем — дуҫлыҡ теле» Республика акцияһы старт алды.

Акция сиктәрендә һәр бер теләүсе туған телендә Тыуған ил, туған тел тураһында шиғыр һөйләү мөмкинлегенә эйә. Шиғыр һөйләү милли кейемдә, музыка оҙатыуында башҡарылырға тейеш тигән шарт та ҡуйыла. Шулай уҡ һәр бер теләүсе үҙенең шиғыр һөйләгәнен видеоға төшөрөп, йыл буйына интернеттағы төркөмгә ебәрә ала. Бында иң күп лайыҡ йыйғандар ай һайын «Культурный мир Башкортостана» интернет-порталына ҡуйыла бара.

Был көндө район ауылдары китапханаларында ла акция сиктәрендә саралар уҙғарылды. Ауылда йәшәүсе шиғриәт һөйөүселәр ҙә үҙҙәренең видеояҙмаларын интернет селтәрҙәренә һалды.




Читайте нас: