Все новости
Мәҙәниәт
19 Декабря 2017, 13:13

БАЙ КҮРГӘҘМӘЛЕ САРА

Районыбыҙҙа йыл да “Шәжәрә байрамы” үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән. Кисә “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда үткән был сарала ауыл советтары бай күргәҙмә лә әҙерләгәйне.

Районыбыҙҙа йыл да “Шәжәрә байрамы” үткәреү күптән инде матур йолаға әйләнгән. Кисә “Йәшлек” мәҙәниәт йортонда үткән был сарала ауыл советтары бай күргәҙмә лә әҙерләгәйне.

Илкәнәй ауыл советы ун нәҫелдең шәжәрә ептәрен барлап, ике эҙләнеү эше алып килгән. Төрлө ҡул эштәре лә күҙҙең яуын алып торҙо. Шәбағыштар күргәҙмәһе боронғо әйберҙәр менән биҙәлгән. Унда 9 йәшлек Иҙел Ҡасимов Рахмаевтар нәҫелен һөйләне. Бахмут мәҙәниәт йорто мөдире Константин Логинов бай материалдар менән тупланған ун нәҫел шәжәрәһен барланы. Мораптал ауыл советы Ҡужаҡовтар шәжәрәһен өйрәнгән, эҙләнеү эштәре лә ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡһындырҙы. Яҡшымбәт ауыл советынан Боҫҡановтар 8 быуыны хаҡында ентекле һөйләне. Шағир Шәмсетдин Зәкиҙең быуындарын зәк-ишмәттәр барланы, улар шәжәрәне туҡымаға ла сигеп ҡуйған. Кинйәабыҙҙар Биктимеровтарҙың һәм тағы дүрт ғаиләнең нәҫел ептәрен һүтте. Ленин ауыл советы ла һигеҙ шәжәрә ағасы алып килгән.

Мәртәбәле жюри ағзалары булған район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов һәм районыбыҙ ағинәйҙәре ойошмаһы рәйесе Тамара Малбаева ҡыҙыҡһыныу менән күргәҙмәләрҙе ҡарап сыҡҡандан һуң, Ҡотлоюлдан Боҫҡановтар, Ленин ауыл советынан Маляновтар һәм Керәүле-Илюшкиндан Федоровтар ғаиләләре сәхнәлә сығыш яһаны. Сараны Люциә Тәлғәт ҡыҙы асты.

- “Шәжәрә байрамы” үткәреү ул изге эш. Һәр кемгә үҙенең 7-10 быуын бабаһын белеү фарыз. Шул ваҡытта ғына кеше тыуған иленең, тыуған төбәгенең, үҙ халҡының сығышын белә. Киләсәктә бындай мөһим сараларға йәштәрҙе, мәктәп балаларын да саҡырырға кәрәк, сөнки улар беҙҙең киләсәгебеҙ, - тине хакимиәт башлығы урынбаҫары.

Күргәҙмәләр ойошторғанда иң күркәм тип табылған Илкәнәй һәм Бахмут ауыл советтары махсус бүләктәр менән, ә ҡалған ауыл советтары ҡатнашҡандары өсөн дипломдар менән бүләкләнде.

Үҙ шәжәрәләре менән таныштырып, ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләгән барлыҡ ғаиләләр ҙә район конкурсының лауреаттары булды һәм дипломдар менән бүләкләнде.


Юлай Ишмөхәмәтов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, жюри ағзаһы:

- Бындай әһәмиәтле сарала ауыл советтарының күргәҙмәләр ойштороуы ҡыуандырҙы, ә Отрада һәм Таймаҫ ауыл советтары ҡатнашмауы күңелде ҡырҙы. Шулай

уҡ тамашасыларҙың ныҡ аҙ булыуы ла байрамды биҙәмәне, килсәктә “Шәжәрә байрамы” тағы ла нығыраҡ ойошҡанлыҡ менән үтер, тип өмөтләнәбеҙ.


Автор фотоһы

Читайте нас: