Өфөлә «Байыҡ – 2017» башҡорт бейеү конкурсына йомғаҡ яһалды.
Баш ҡалабыҙ ошо сараға Дәүләт концерт залына 600-ҙән ашыу бейеүсене йыйҙы. Шулар араһынан яҡташыбыҙ, Яҡшымбәт ауылы ҡыҙы, Айгөл Сәлтәшева (хәҙер Иҫәнбирҙина) «Байыҡ» бейеү конкурсында Гран-При яулауға өлгәште.
Шуныһы ҡыуаныслы: Айгөл «Байыҡ»та тыуған районы исеменән сығыш яһаны. Бының менән ул республика кимәлендә көйөргәҙеләрҙең данын, мәртәбәһен уғата ла күтәреп ебәрҙе.
Кем был сибәр ҡыҙыбыҙҙың бейеүен күрмәгән, «Байыҡ – 2017» концертын БСТ каналында Яңы йыл көнөндә, 2018 йылдың 1 ғинуарында, ҡарай аласаҡ.
Беҙ Айгөл менән ысын күңелдән ғорурланабыҙ. 600 бейеүсе араһында иң яҡшыһы булып танылыу кемгә тәтей әле? Афарин, Айгөл!