Все новости
Мәҙәниәт
26 Декабря 2017, 12:56

БЕҘҘЕКЕЛӘР – ИКЕНСЕ УРЫНДА

2017 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында, «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» конкурсы-фестивале үтте.

2017 йылдың 22 декабрендә Өфө ҡалаһында, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында, «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» конкурсы-фестивале үтте.

Фестивалде ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамлығында «Аҡ тирмә» Башҡорт милли - мәҙәни үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тора. Сара 2020 йылда уҙасаҡ Бөтә донъя фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә үтте.

Фестивалгә барлығы беренсе тур йомғаҡтары буйынса финалға үткән Башҡортостандың 16 командаһы саҡырылғайны. Төбәк-ара фестивалдә Күмертауҙан башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлнәфис Әҙеһәмова етәкселегендә 5-се урта мәктәптең 1-се А класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты. Уҡыусылар Фестивалдең жюри иғтибарына команданың визит карточкаһын, башҡорт халыҡ балалар уйындары буйынса презентация һәм балалар фольклор уйындарын тасуирлаған төҫлө альбомды лайыҡлы итеп таныштырҙы. Команда 2-се урынды яуланы һәм грамота менән бүләкләнде, бар ҡатнашыусыларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: