Все новости
Мәҙәниәт
26 Декабря 2017, 12:58

БЕРЕНСЕГӘ ҺӘМ УҢЫШЛЫ ҮТТЕ

Ҡасан булыр, тип көткән «Минең йырым» конкурсының финалы ла үтеп китте.

Ҡасан булыр, тип көткән «Минең йырым» конкурсының финалы ла үтеп китте.

Бик матур мәҙәни сара булды ул. Һәүәҫкәр таланттарыбыҙ Көйөргәҙе, Федоровка райондарынан, Мәләүез ҡалаһы һәм районынан, Күмертауҙан йыйылғайны. Һәр бер ҡатнашыусы яҡшы итеп әҙерләнеп, сығыш яһарға дәртләнеп килгән. Конкурсанттарҙың туған-тыумасалары ла, дуҫтары ла «Минең йырым» тамашаһын ҡарауҙан ситтә ҡалмаған.

Бөтәһе йыр-моңға уғата маһирҙар икән. Һәр береһе үҙенсәлекле итеп сығыш яһаны. Шулай уҡ Көйөргәҙе районы Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов та, «Арис» телерадиокомпанияһы директоры Алик Сафиулла улы Юлтыев та «Минең йырым»ды ҡарарға тип килгән.

Жюри ағзалары: «Пиарперсона»ның директоры Урал Шәфҡәт улы Нуриев, Көйөргәҙе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, Күмертауҙан Айгөл Исмәғил ҡыҙы Ильясова һәм Көйөргәҙенән Фәнир Саҙретдин улы Малбаевҡа төрлө район, ҡалаларҙан конкурсҡа йыйылған таланттар, һәүәҫкәр артистар араһынан иң-иңдәрен һайлап алыуы еңелдән булманы. Уларға байтаҡ ҡына һөйләшергә, бәхәсләшергә һәм уртаҡ бер фекергә килергә тура килде.

Йырсылар араһынан үҙҙәре шиғыр яҙып, көй һалыусылар ҙа булды. Мәләүездән килгән Фәнил Сафуан улы Яманаев шиғыр, йыр, көйҙәр ижад итә икән. Ул күп тамашасыларҙың күңелен яулап өлгөрҙө. Азамат Килмәтов, гитарала уйнап, «Моңдарыма һине урармын» тигән үҙе ижад иткән йырын йырлап ишеттерҙе.

Оҙаҡ барған конкурстың икенсе өлөшө сарала еңеүселәрҙе бүләкләүгә арналды. Гран-при яулаусыларға бүләккә 5000 һум бирелде.

Шулай уҡ Алик Юлтыев «Арис» телерадиокомпанияһы исеменән бүләктәр тапшырҙы. Райхана Хафизоваға – микротулҡынлы мейес, Вероника Тютюнниковаға – планшет.

«Минең йырым» конкурсы беренсегә ойошторолдо һәм ошо конкурсты йыл да үткәреп торорға, тип ҡарар ителде. Уларында ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр, тип ышанабыҙ.

КОНКУРС ЕҢЕҮСЕЛӘРЕ:

16 йәштән 39 йәшкә тиклем:

Гран-при — Гөлнара Хисамова (Күмертау)

1-се урын — Рөстәм Әбсәләмов (Күмертау)

2-се урын — Рәмил Рахманғолов (Күмертау)

3-сө урын — Диана Солтангәрәева (Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылы).

40 йәштән 60 йәшкә тиклем:

Гран-при— Райхана Хафизова (Мәләүез)

1-се урын — Филүз Юлдашбаев (Федоровка районы Юлдаш ауылы)

2-се урын — Фәнил Яманаев (Мәләүез)

3-сө урын — Азамат Килмәтов (Көйөргәҙе районы Тимербай ауылы)


Автор фотоһы

Читайте нас: