Все новости
Мәҙәниәт
26 Декабря 2017, 12:53

НУРЛАНҒАН «НУР»

Үткән йома Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоноң 10 йыллыҡ юбилейын һәм “Нур” халыҡ бейеү ансамбленең 4 йәшлек тыуған көнөн үткәрҙек.

Үткән йома Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоноң 10 йыллыҡ юбилейын һәм “Нур” халыҡ бейеү ансамбленең 4 йәшлек тыуған көнөн үткәрҙек. Сара бик матур һәм ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Беҙҙе тыуған көндәр менән ҡотларға район Советы секретары Әхәт Исламғолов килде. Ул район хакимиәте башлығы исеменән йылы ҡотлау һүҙҙәре әйтеп, бүләккә аҡсалата 10 мең һум тапшырҙы. Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиев та үҙенең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе һәм 5 мең һумлыҡ сертификат бүләк итте. Шулай уҡ өс светомузыкабыҙ ҙа булды. Уны беҙгә Күмертау ҡалаһы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Светлана Тураева изге һүҙҙәренә ҡушып үҙе исеменән шәхси бүләк итте. Улар менән берлектә ҡотларға Яҡут клубы, Бахмут мәҙәниәт йорто, Ырымбур өлкәһенең 2-се Иманғол ауылы һәм Күмертау ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле артистары ла килгәйне. Улар ҙа ҡотлап музыкаль бүләк әҙерләгәйне. Бер сәхнәлә ике сәғәттән артыҡ 84 кеше сығыш яһаған сарала тамашасы ла күп булды, һәр сығыш улар тарафынан көслө алҡыштарға күмелде.

Был көндө “Нур” ансамбленең иң кескәй төркөмө лә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡты, кескәйҙәрҙең сығышы тыуған көндө тағы ла йәмләп ебәрҙе. Уларҙың әсәләре ҡатнашлығындағы “Йәшлек” тип аталған яңы төҙөлгән ансамблдең бейеүе лә һәр кем күңеленә хуш килде. Ә инде ысын ҡаҙҙар менән сығып “Ҡаҙ өмәһе” йолаһын күрһәтеү халыҡ дуҫлығының бер миҫалын сағылдырҙы.

Һәр сығышты көслө алҡыштарға күмеп, беҙгә дәрт-көс өҫтәгән тамашасыларға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ күптән түгел бейеү ансамбленә йөрөүсе балаларға рус костюмдары тектергәйнек. Бының өсөн ата-әсәләр 2-шәр мең һум аҡса йыйҙы, уларға ла ҙур рәхмәт.
Читайте нас: