Юшатыр
+6 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
Мәҙәниәт
19 Января 2018, 14:22
АҠҺАРЫЛАР ӘКИӘТ ЯРАТА
16 ғинуарҙа Аҡһары мәктәбендә бик матур тәрбиәүи сара уҙғарылды. Ул «Әкиәттә ҡунаҡта» тип аталды. Был сараны әҙерләп, үткәреүсе – мәктәбебеҙҙең китапханасыһы, музыка уҡытыусыһы Резида Шәүкәт ҡыҙы Ҡунаҡбаева.

Башланғыс класс уҡыусыларына был тамашаны, «әртистәрҙән» һис тә кәм булмаған: 5-се, 6-сы класс уҡыусылары күрһәтте. Бында уҡыусылар, әкиәт иленә сәйәхәт итте, йомаҡтар систе, һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Сараның маҡсаты уҡыусыларҙа, әкиәт геройҙары аша китаптарға ҡарата һаҡсыл ҡараш, нәфис әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү ине. Һуңынан барыһы ла, китапханасы апайҙарынан, бүләккә китаптар алып ҡыуанды.
Илнар ҒӘЛИМОВ, 7-се класс уҡыусыһы
Аҡһары ауылы
Читайте нас: