Все новости
Мәҙәниәт
19 Января 2018, 13:58

БЕРЕНСЕ ТАПҠЫР

Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдары үтеп китте. Беренсе тапҡыр ауылыбыҙҙа Яңы йыл байрамына арналған конкурстар ойошторолдо.

Шаулап-гөрләп Яңы йыл байрамдары үтеп китте. Беренсе тапҡыр ауылыбыҙҙа Яңы йыл байрамына арналған конкурстар ойошторолдо. Ауыл халҡы бик дәррәү ҡатнашты.

«Байрамса биҙәлгән иң матур йорт» конкурсында 3 урын билдәләнде, әлбиттә, 1-се урын Гәрәй менән Хәлиҙә Ғәббәсовтарға бирелде. Улар бик матур итеп өйҙәрен биҙәгәндәр, матур биҙәлгән шыршы янында ҡарҙан Ҡар бабай менән эт эшләп ҡуйғандар. Бала-сағаға эшләгән шыуғыстары ғына ни тора! Балаларға был бик оло ҡыуаныс. 2-се урынды Хәнифә менән Әнүр Ғәббәсовтар алды. Уларҙың ишек алдында жюри ағзаларын ҡарҙан эшләнгән йылмайып торған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҡаршы алды, етмәһә, уларҙы күңелле смешариктар уратып алғандар. 3-сө урын йәнә Ғәббәсовтарҙа - Рәфис менән Минзиләлә. Уларҙың шул тиклем зауыҡ менән биҙәлгән ихаталары, кәйефте күтәреп, бар халыҡты үҙҙәренә тартып тора. Еңеүселәр барыһы ла иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Балалар араһында һүрәт төшөрөү конкурсы иғлан ителгәйне. Унда Илсур Аҡбулатов менән Гөлфинә Кинйәбаева бүләккә лайыҡ булды. Байрам кисәһе оло концерт һәм лотерея билеттары уйнатыу менән тамамланды.

Спонсорҙарыбыҙға бик ҙур рәхмәт! Илдар ағай Аҙналин ҡупшы шыршы бүләк итте, Маһира Әминева, Риф Ғәлиев, Сергей Малейкин аҡсалата ярҙам күрһәтте. Ауылыбыҙҙың старостаһына ла ҙур рәхмәт. Кисәне үткәреүҙә бик ҙур ярҙам күрһәтте.

Гүзәлиә СӘҒИТОВА,
Кинйәбай ауылының мәҙәни сараларҙы ойоштороусыһы

Читайте нас: