Все новости
Мәҙәниәт
19 Января 2018, 13:47

ХАЛЫҠ СӘНҒӘТЕ ОНОТОЛМАЙ

Халыҡ сәнғәте – башҡорт кейеме элементтарын әҙерләүҙе популярлаштырыу һәм пропагандалау йәһәтенән «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түш биҙәүестәре» тигән практик семинар 17 ғинуарҙа ҡаланың 3-сө китапхана–филиалында үтте. Сараға ҡала башҡорттары ҡоролтайының башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар кәңәше ағзалары, 3–сө БРГИ уҡыусылары, 13–сө башланғыс мәктәбе ата-әсәләр комитеты саҡырылды.

Китапханасы Әлфиә Дәүләтшина ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәре этнодизайны буйынса китаптар һәм интернет ресурстары менән таныштырып үтте. «Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте һәм көнкүреше» мәктәп музейы етәксеһе Менәүәрә Мырҙағолова башҡорт түш биҙәүестәре тарихы тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирҙе. Семинарҙа оҫтабикә Фәрзәнә Әбсәләмованың үҙенсәлекле түшелдеректәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Оҫтабикә килгән ҡунаҡтарға түшелдеректәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Бындай дәрес ҡабатланмаҫ биҙәүестәрҙе эшләргә өйрәтеп кенә ҡалмай, ә милли мәҙәниәт менән ныҡлабыраҡ танышырға ла мөмкинлек бирә.

Ваҡыттың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Ойошҡан эш төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре оҫталарын берләштерҙе һәм халыҡ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу арта икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Читайте нас: