Все новости
Мәҙәниәт
23 Января 2018, 17:54

МОРАПТАЛДАР БАШЛАНЫ

2018 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылын морапталдар башлап та ебәрҙе.

2018 йылда иғлан ителгән Ғаилә йылын морапталдар башлап та ебәрҙе.

Был көндө матур итеп биҙәлгән Яңы Мораптал мәҙәниәт йортоноң залында ауылыбыҙҙың 60 йыл бергә ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер итеүсе Рәүил Хәлиулла улы һәм Фәүзиә Нафиҡ ҡыҙы Шәмсетдиновтар һәм 55 йыл бергә-бергә ғаилә тормошо йомғағын һүтеүсе Рифҡәт Сөләймән улы менән Клара Хәлиулла ҡыҙы Әбдрәшитовтарҙы ҡотланыҡ. Иң тәүҙә был өлгөлө ғаилә парҙары яңы ғына өйләнешкән йәштәрҙән бер ҙә генә ҡалышмайынса ЗАГС-ҡа барып, бер-береһенә йөҙөктәр кейҙереште, артабан да ғаилә тормоштарының шундай татлы, ғүмерле булыуын теләп, баллы сәк-сәктәрҙән ауыҙ итте. Мәҙәниәт йорто фойеһында уларҙың туғандары, дуҫтары ҙур, бай табын әҙерләгән ине. Табын артында был «йәштәребеҙ» тураһында ниндәй генә матур һүҙҙәр ишетергә тура килмәне! Шәмсетдиновтар ғаиләһен коллегалары — Киров исемендәге хужалыҡ етәкселеге һәм мәктәп коллективы ҡотланы. Уларға Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитовтан да ҡотлау килгәйне. Әбдрәшитовтарға «Йәшлек» район мәҙәниәт йортонан иҫтәлеккә бүләк һәм район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова исеменән Рәхмәт хаты тапшырылды. Шулай уҡ ике парҙы ла Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалиев менән эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡова ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы. Ғөмүмән әйткәндә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ойошторған, Ғаилә йылына арналған күркәм был сара ысын туйҙан ҡалышманы, бүләктәргә лә, теләктәргә лә бик бай булды ул.
Читайте нас: