Все новости
Мәҙәниәт
30 Января 2018, 14:33

ҠАЙНАП ЙӘШӘЙБЕҘ

Күршеләге Ырымбур өлкәһе Аллабирҙелә беҙҙең халыҡ йәшәй. Юҡ, башҡорттар булғаны өсөн генә түгел, йәндәре, күңелдәре менән яҡын улар беҙгә. «Юшатыр» менән тығыҙ бәйләнештә аллабирҙеләр, бына сираттағы хат:

«Башланғыс кластар уҡытыусыһы Ләйлә Ирек ҡыҙы Хисамова йыл һайын уҡыусыларын матур файҙалы эштәргә дәртләндереп тора. Атайҙар, олатай-ҡартатайҙар мәктәп балаларының, синыф етәксеһенең башлаған идеяһын тормошҡа ашыралар. Ата-әсә, ғаилә менән бәйләнештең иң отошлоһо, мәктәп тормошо менән шулай ҡайнап йәшәй аллабирҙеләр. Ләйлә Ирек ҡыҙы һәр уҡыусыһын фотоға төшөрөп ала. Тәбиғәткә, яҡындарына һөйөү, ихтирам тәрбиәләй ошондай саралар. Оло йөрәкле, балалар өсөн янып эшләүсе Ләйлә Ирек ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Ихтирамлы, иғтибарлы һәм тәүфиҡлы илһөйәрҙәр тәрбиәләүҙә уңыштар теләйбеҙ.

Фотола: Ейәнсәрем Азалия ҡартатайы яһаған тағараҡ менән».

Сания КУЗБАЕВА,
Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе мәктәбе директоры

Читайте нас: