Все новости
Мәҙәниәт
30 Января 2018, 16:49

КҮРШЕЛӘРГӘ ЙЫРЛЫ СӘЛӘМ!

Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йорто коллективы үҙешмәкәр артистарыбыҙ менән бергә күрше Таймаҫ ауылына «Йырлы сәләмдәр һеҙгә, күршеләр!» тип аталған концерт программаһы менән барып ҡайттыҡ.

Зәк-Ишмәт ауылы мәҙәниәт йорто коллективы үҙешмәкәр артистарыбыҙ менән бергә күрше Таймаҫ ауылына «Йырлы сәләмдәр һеҙгә, күршеләр!» тип аталған концерт программаһы менән барып ҡайттыҡ.

Беҙҙең программа йыр-бейеүҙән, юморға бай бәләкәй генә сәхнә әҫәрҙәренән тора ине. Петр Капустиндың боронғо йырҙары, Рәмилә Әкбәрованың моңло тауышы концертыбыҙҙы йәмләндереп, йәнләндереп ебәрһә, «Райхан» вокаль ансамбленең яҡташ композиторыбыҙ Йәүҙәт Усманов йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡарыуы һәр кемдең күңелен арбаны. Руфина Сафина ла үҙенең йырҙары менән залда ултырғандарҙы дәртләндереп ебәрҙе. Тамара Капустина менән Фәйрүзә Ермакова таҡмаҡ әйтеп, бар халыҡты хайран итте. Беҙҙең яңы артистарыбыҙ — Әлфиә Йосопова менән Гөлсара Рәшитованы ла тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.

«Райхан» төркөмөндә ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе Светлана Ишмөхәмәтова менән «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Люциә Ишмөхәмәтованың да булыуы беҙҙе тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе.

Аделина Ишмөхәмәтова, Рузилә Мөхәмәтйәнова, Илһөйәр Рәхимова, Руфина Сафина татар һәм башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, сәхнәне дер һелкетте. «Йәдкәр» театр коллективы тамашасыларҙы рәхәтләндереп көлдөрҙө генә. Гүзәл Сәлихова, Гөлсара Рәшитова, Элина Зәйнәғәбдинова, Руфина Сафина, Азат Аҡъюлов, Рузилә Мөхәмәтйәнова, Гөлдәр Усманова, Денис Сәлихов, Аделина Ишмөхәмтова, Айгүзәл Сафинаның «Һыйырҙар», «Музыкалка», «Пульт», «Полицейский» сәхнә әҫәрҙәрен оҫта башҡарыуы барыһын да хайран ҡалдырҙы. Әртистәрҙең һәр бер хәрәкәте, һәр бер һүҙе тамашасы күңеленә үтеп инде.

Беҙҙе йылы ҡабул иткән күршеләребеҙгә, Таймаҫ ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Альбина Килмәтова менән Гөлкәй Вәлитоваға рәхмәттәр әйтке килә. Зәк-Ишмәт ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдиновҡа һәм мәктәбебеҙ директоры Әлфиә Рәхимоваға транспорт менән ярҙам иткәндәре өсөн ҙур рәхмәт! Шулай уҡ ошо матур концертта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла, водителебеҙ Нәжил Ишмөхәмәтовҡа оло рәхмәт белдереп, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем.

Гөлдәр УСМАНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы


Гөлнур ХӨСӘЙЕНОВА:

- Аллаға шөкөр, Ялсыҡай ауылы халҡын да йырлы-моңло, мәҙәкле тамашалары менән ҡыуандырып киттеләр!!! Рәхмәт һеҙгә, дәртле күршеләр! Ижади уңыштар һеҙгә!
Читайте нас: