Все новости
Мәҙәниәт
2 Февраля 2018, 16:15

ТЕАТРҘЫ ЛА, ТЕЛЕВИДЕНИЕНЫ ЛА ЯРАТАМ

Ҡалабыҙ һәм районыбыҙҙың шәп ҡыҙҙары менән егеттәре тураһында “Юшатыр” гәзитендә даими яҙабыҙ. Сираттағы әңгәмәбеҙ Күмертау ҡыҙы, тырыш, уңған Гөлмирә Исмәғилова менән.

Ҡалабыҙ һәм районыбыҙҙың шәп ҡыҙҙары менән егеттәре тураһында “Юшатыр” гәзитендә даими яҙабыҙ. Сираттағы әңгәмәбеҙ Күмертау ҡыҙы, тырыш, уңған Гөлмирә Исмәғилова менән.

- Гөлмирә, һин республика халҡын һәр иртә йылмайып сәләмләйһең. БСТ-ның “Сәләм” тапшырыуынан да, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында спектаклдәр ҡарауҙан да беләләр үҙеңде. Сәнғәткә бала саҡтан ғашиҡһыңмы? Ниңә сәнғәт юлын һайларға булдың? Нимә этәрҙе быға һине?

- Үҙем Күмертау ҡыҙымын. 4-се класҡа ҡәҙәр 15-се башҡорт мәктәбендә белем алдым, унан һуң 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡыуымды дауам иттем. Ике мәктәбем дә миңә ныҡ яҡын, миндә сәнғәткә булған һөйөүемде үҫтерергә булышлыҡ иткәндәре өсөн уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.

Мәктәп йылдарында шиғырҙар яҙа инем, хатта берәүһенә уҡытыусым Йәүҙәт Усманов көй һалып, гимназияның гимны булараҡ та йырланды. Йә журналист, йә актриса булам, тип бала саҡтан хыялландым. Ғөмүмән, мәҙәниәт, сәнғәт донъяһында ҡайнау оҡшай ине. Гимназияны тамамлағас, Өфөгә юлландым, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһына (ул вакытта академия ине) актер бүлегенә уҡырға индем. Уҡыған саҡта яйлап ҡына диктор булыу теләге уянды, сөнки унда мин ныҡлап сәхнә теле менән шөғөлләнә башлағайным. Уҡып бөткәс тә телевидениеға барам тигән маҡсат ҡуйҙым. Әммә һәр бер нәмәнең үҙ ваҡытылыр инде, диплом спектаклдәренән һуң республикабыҙҙың төрлө театрҙарынан саҡырыу килә башлағас, үҙебеҙҙең Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын һайланым, һәм быға берҙә генә лә үкенмәйем. Бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит, бер көн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында һауа торошон уҡырға саҡырҙылар. Беренсе сығарылыштан һуң иртәнге “Сәләм” тапшырыуын алып барырға тәҡдим яһанылар. Мин, әлбиттә, бер ни уйлап тормай, ризалығымды белдерҙем. Театрҙы ла, телевидениены ла бик ныҡ яратам!

- Бәләкәй генә Күмертауҙан баш ҡалаға барып нисек юғалып ҡалманың, ә, киреһенсә, билдәле булып киттең. Ошо турала ла һөйлә әле?

- Баш ҡала үҙе сыныҡтыра ул. Бәхетемә, Өфөлә яҡын әхирәтем, Яҡшымбәт ҡыҙы Флүзә Түләкова менән инек. Йыш ҡына осрашып торҙоҡ. Мәктәптә класташ булһаҡ, хәҙер беҙ коллегалар, хатта күршеләр ҙә.

Үҙемде билдәле тип әйтә алмайым, әле эшләйһе эштәр күп. Шулай ҙа хыялдарыңды тормошҡа ашырырға, максаттарыңа ирешеү өсөн тырышырға, эшләргә лә эшләргә кәрәк. Тормош булғас төрлө саҡтар була, бәреп һуғып сығып китәм, тип уйлаған саҡтар ҙа булғылай, әлбиттә, бына шунда инде яҡындарыңдың яныңда булыуҙары, уларҙың кәңәштәре ярҙамға килә.

- Кеше күтәрелә башлаһа, уны күрә алмаусылар арта, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Һинең дә уңыштарыңды күрә алмаусылар, аяҡ салыусылар осраймы?

- Ни тиклем уңыштарың күберәк булып, юғарыраҡ үрләйһең, һине күрә алмаусылар ҙа шулай ук күберәк булыуын мин дә аңланым. Нисектер мин уларға иғтибар бирмәйем, шулай ҙа йән көйөп киткән саҡтар булғылай. Миңә берәй насар һүҙ килтереп әйтһәләр, хатта юғалып ҡалам, яуап ҡайтара белмәйем. Эт өрә тора, бүре йөрөй бирә, тиҙәрме әле? Ҡайһы саҡ ошо әйтем һымаҡ яңғырап китә ул минең тормош та.

- Театрҙа ла, БСТ-ла ла эшләйһең, нисек өлгөрәһең?

- Телевидениеға эшкә таңғы сәғәт 5-тә сығып китәм, эфирҙан һуң тура театрға репетицияға юлланам. Әгәр кисен спектакль булһа, өйөмә төн урталарына ҡайтып етһәм, шөкөр. Яратҡан эшең булғанда ҡыйынлыктар һиҙелмәй, арыу ҙа онотола. Ваҡыт булғанда театрҙа гримеркала бер аҙ серем итеп алырға ла була.

- Ваҡытың самалы икән, Күмертауға йыш ҡайтып булмайҙыр?

- Тырышһаң, барыһы ла була, буш ваҡыт та табып була. Бер-ике көн ял килеп сыҡһа, шунда уҡ Күмертауға юлланам, сөнки атай-әсәйемде, туғандарымды бик ныҡ һағынам.

- Театрҙа ниндәй спектаклдәрҙә уйнаның, ниндәй ролдәр башҡарҙың? Ғөмүмән, ниндәйерәк ролдәр күңелеңә яҡын?

- Ролдәрҙе һайлап алып булмай, режиссер ҡуясак спектаклендә әгәр ҙә һине ошо образда күрә икән, шунан ғына бәхет йылмая. Ҙур һәм бәләкәй ролдәр булмай, ниндәй генә роль булмаһын, һәр береһен яратып башҡарырға тырышам. Тәүге ролем, Александр Островскийҙың “Бирнәһеҙ ҡыҙ” спектаклендәге Лариса Огудалова булды. Жан Ануйҙың “Антигона” спектаклендә Исмена ролен дә уңышлы ғына атҡарҙым, ахырыһы. Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең драматургтарыбыҙҙың күп кенә спектаклдәрендә лә ролдәрем етерлек. Күптәр классиканы аңлап етмәй, әммә бындай спектаклдәр кәрәк, улар күп яҡлы. Һәр береһенә тәрән мәғәнә һалынған. Үткән йыл “Ул бит кисә ине” спектакле менән Күмертауҙа ла булдыҡ, бәлки, киләсәктә лә берәй тамаша менән килеп булыр, тигән өмөттәмен.

- Тормошта кемдән өлгө алырға тырышаһың, берәй кумирың бармы?

- Минең кумирым юҡ. Өлгөнө мин һәр саҡ атайым Салауат менән әсәйем Лилиәнән алам. Улар, ысынлап та, идеаль пар. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап йәшәйҙәр. Урамға сыҡһалар ҙа етәкләшеп кенә йөрөйҙәр, күҙ теймәһен. Икеһе лә тыныс холоҡло, аҡыллы фекер йөрөтөүселәр. Әсәйем Уңғар ауылы ҡыҙы, атайым Яңы Муса ауылынан. Өләсәй, ҡартәней, ҡартәтейем бар, Аллаға шөкөр. Иҫән-һау ғына булһындар. Ғаиләлә беҙ ике ҡыҙ. Һылыуым Зинфира тормошта. Кейәүебеҙ Дамир менән ике малай үҫтерәләр. Һуңғы ярты йылда ваҡыт етмәү арҡаһында әллә ни йыш ҡайтып булмай. Шуға йәйге отпускыны түҙемһеҙләнеп көтәм. Айырыуса, Уңғар ауылының матур урман-яландарында еләк, шифалы үләндәр йыйырға яратабыҙ.

- Киләсәктә һөнәр һайлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәргә әйтер һүҙҙәрең, кәңәштәрең барҙыр, моғайын.

- Әле сығарылыш кластары дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Улар теләгән укыу йорттарына кереп, белем алып, республикабыҙға, үҙ халҡыбыҙға кәрәкле кешеләр булһындар ине. Ниндәй генә өлкәлә эшләһәк тә, кешелекле булайыҡ. Телебеҙҙе, илебеҙҙе онотмай, үҙ еребеҙҙең илһөйәрҙәре булып, яңы быуынға фәһем күрһәтеп, татыу һәм дуҫ булып йәшәүгә ни етә? Ә гәзит уҡыусыларын матурлыҡты яратырға, тормошҡа ғашиҡ булып йәшәргә өндәр инем. Бигерәк тә күңелемә ятҡан һөнәр һайлауҙа этәргес булған атай-әсәйемә, туғандарыма бик ныҡ рәхмәтлемен. Берәй ҙур эш башлар алдынан, һәр саҡ улар менән кәңәшләшәм. Уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт! Һәр бер уҡытыусым минең тормошомда ҙур роль уйнаны, тип әйтә алам. Айырыуса Йәүҙәт Әвғәнур улы Усмановҡа, класс етәксебеҙ Руша Рафиҡ ҡыҙы Солтанғоловаға йөрәгемдән сыҡҡан йылы һүҙҙәремде әйтер инем. Быйыл беҙҙең гимназияны тамамлағанға 10 йыл була. Барыһы ла кисә генә булған кеүек. Бөтәһен дә мин хөрмәт итәм.

- Гөлмирә, ҡыҙыҡлы әңгәмәң өсөн рәхмәт, артабан да уңыштар һәм яңы үрҙәр яулауыңды теләйбеҙ.
Читайте нас: