Все новости
Мәҙәниәт
9 Февраля 2018, 16:49

ГРАН-ПРИ – КӨЙӨРГӘҘЕ ПОЛИЦИЯҺЫНДА

Шаршамбы көндө Көйөргәҙе районының “Йәшлек” мәҙәниәт һарайында БР буйынса Эске эштәр министрлығы органдары хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаилә ағзалары йыйылды. Бында ошо тармаҡта эшләүсе һәм үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөүселәрҙең XIХ фестивале үтте. Хәҙер инде матур йолаға әйләнгән был сара Рәсәй полицияһының барлыҡҡа килеүенә 300 йыл тулыуға арналғайны. Төбәк-ара фестивалдә Ғафури, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ауырғазы, Стәрлебаш райондарының полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Сараны район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотоләхмәтов асты.

- Хөрмәтле, БР Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре, һеҙҙе үҙебеҙҙең районыбыҙ ерендә күреүебеҙгә шатбыҙ. Кешеләрҙең имен тормошо һәм һаулығы, дәүләттең һәм йәмғиәттең тотороҡло үҫеше һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙгә, оҫталығығыҙға бәйле. Беҙҙең төп маҡсат — граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Власть менән хоҡуҡ һаҡлау органдары бергә эшләгәндә һәр саҡ ыңғай һөҙөмтә күренә, - тип фестивалдә ҡатнашыусыларға уңыштар теләне Әхәт Йәүҙәт улы. Аҙаҡ РФ Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлек начальнигы Ирек Садиҡов хеҙмәттәштәрен йылы һүҙҙәр менән сәләмләне һәм ҡыҫҡаса үҙҙәренең тынғыһыҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы.

Фестивалде Ермолаевоның 1-се һәм 2-се һанлы мәктәптәре уҡыусыларының полиция хеҙмәткәрҙәре тураһындағы шаяртыу ҡатыш сығыштары асты. Һуңынан башҡа райондарҙан килгән ҡатнашыусылар бәйгегә сыҡты. Уларҙың моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, сәхнәләштерелгән ҡыҙыҡлы көләмәстәре тамашасыларҙы яҡынайтты һәм күрше райондар араһындағы дуҫлыҡ ептәрен тағы ла нығыта төштө. Бәйгелә сағыу сығыштары менән Көйөргәҙе районы хоҡуҡ һаҡлаусылары гран-при яуланы. 1-се урынға Стәрлетамаҡ менән Стәрлебаш райондары вәкилдәре сыҡһа, 2-се урынды Ауырғазы һәм Ғафури райондарынан килгән ҡунаҡтар үҙ-ара бүлеште. 3-сө урын менән Федоровка районы коллективы килеште.

Автор фотолары.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Көйөргәҙе районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре XIX фестивалде Көйөргәҙе ерендә үткәреүҙе ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтовҡа, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы директоры Ирина Песецкаяға, хормейстер Регина Хузинаға, режиссер Анастасия Будиловаға, хореограф Рәсимә Ғайсинаға ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Читайте нас: