Все новости
Мәҙәниәт
13 Февраля 2018, 14:14

ЭХ, ҺЫЛЫУ ҠЫҘҘАР!

Үткән йома ҡаланың 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатында, Ғаилә йылына арналып, “Гимназия һылыуҡайы - 2018” бәйгеһе үтте.

Үткән йома ҡаланың 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернатында, Ғаилә йылына арналып, “Гимназия һылыуҡайы - 2018” бәйгеһе үтте.

Гүзәллек ярышында был уҡыу йортоноң биш иң һылыу ҡыҙҙары ҡатнашты. Сараны уҡыусылар Розалина Ибраһимова менән Ринат Валидов матур итеп алып барҙы, музыка яғынан һәр саҡтағыса Йәүҙәт Усманов биҙәне. Бәйгеселәргә көс-дәрт өҫтәп, уларҙың һәр сығышын көслө алҡыштарға күмеүсе тамашасылар ҙа күп булды. Ҡыҙҙар "Үҙ-үҙең менән таныштырыу", "Бейеү", "Ижади оҫталыҡ", "Дефиле" кеүек бәйге һынауҙарын үтеп, барыһын да үҙҙәренең сағыулығы, күңел матурлығы, ҡыйыулыҡтары менән таң ҡалдырҙы. Шулай уҡ ҡыҙҙарҙың аш-һыуға оҫталыҡтары ла баһаланды. Уларҙың оҫта итеп бешерелгән ҡамыр аштары телде йоторлоҡ ине.

Бар ҡыҙҙар ҙа матур, сағыуҙар. Шуға ла мәртәбәле жюри ағзалары булған ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғоловаға, “Юшатыр” гәзитенең баш мөхәррире Малик Ильясовҡа, 3-сө БРГИ-ның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Земфира Усмановаға, "Пиарперсона" телевизион агентлығы директоры Урал Нуриевҡа, 3-сө БРГИ-ның өлкән тәрбиәсеһе Маһинур Бикбирҙинаға ҡыҙҙар араһында урындар бүлеүе ауырға төштө. Бәйгелә барыһы ла үҙенсә еңеүсе булды. “Юшатыр”ҙың махсус призы Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылы һылыуҡайы Әлфизә Төркмәноваға бирелде. Ҡала ҡоролтайы үҙенең бүләген Алина Рахманғоловаға тапшырһа, “Пиарперсона”ла буш ҡул менән килмәгән, уларҙың бүләген Диана Байназарова алып ҡыуанды. Матур сарала гимназияла педагог-психолог булып эшләгән Дания Ирғәли ҡыҙы менән тормош иптәше Юлай Ғайзулла уыл Юлтаевтар, спонсор ярҙамы күрһәтеп, һәр ҡатнашыусыға 300-шәр һум аҡса тапшырҙы. Шулай уҡ “ЮжУрал-Ойл” холдинг компанияһының генераль директоры Зиннур Исхаҡов та матурлыҡ бәйгеһенән ситтә ҡалманы, ул да байрамды үткәреүҙә спонсор ярҙамы күрһәткән.

Сара һуңында Земфира Ирек ҡыҙы сараны ойоштороусыларға, жюри ағзаларына һәм спонсор ярҙамы күрһәткәндәргә 3-сө БРГИ исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Автор фотолары

Читайте нас: