Все новости
Мәҙәниәт
16 Февраля 2018, 13:03

«БАШҠОРТ СӘНҒӘТЕНЕҢ ЗАУЫҠЛЫЛЫҒЫ ОҠШАЙ»

Күптән түгел редакциябыҙға Ҡазан ҡунағы - йырсы һәм нәфис һүҙ оҫтаһы, «Камиль» ижад студияһы директоры Фәнил Мөбәрәкйәнов килеп китте. Ул оҙаҡламай Күмертауҙа, Көйөргәҙе районында Илшат Вәлиев һәм Алина Сафиуллина тигән йырсылар менән бергә концерт ҡуйыу мәшәҡәте менән йөрөй икән. Беҙгә көн дә Ҡазан кешеләре килеп тормай, шуға, форсатты файҙаланып, Фәнил Камил улы менән әңгәмәләштек. Әйткәндәй, Фәнил Мөбәрәкйәнов Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто балетмейстеры Венер Хәмитов менән бергә уҡыған. Шулай уҡ Ҡазанда Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолованың энеһе менән күрше генә йәшәй икән.

Күптән түгел редакциябыҙға Ҡазан ҡунағы - йырсы һәм нәфис һүҙ оҫтаһы, «Камиль» ижад студияһы директоры Фәнил Мөбәрәкйәнов килеп китте. Ул оҙаҡламай Күмертауҙа, Көйөргәҙе районында Илшат Вәлиев һәм Алина Сафиуллина тигән йырсылар менән бергә концерт ҡуйыу мәшәҡәте менән йөрөй икән. Беҙгә көн дә Ҡазан кешеләре килеп тормай, шуға, форсатты файҙаланып, Фәнил Камил улы менән әңгәмәләштек. Әйткәндәй, Фәнил Мөбәрәкйәнов Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто балетмейстеры Венер Хәмитов менән бергә уҡыған. Шулай уҡ Ҡазанда Күмертау ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әлфиә Шәмиғолованың энеһе менән күрше генә йәшәй икән.

Малик Ильясов: Һеҙ оҙаҡ ҡына йылдар сәнғәт өлкәһендә эшләйһегеҙ. Башҡортостан сәнғәтенә ҡарашығыҙҙы белге килә.

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Мин Башҡортостан сәнғәтен хөрмәт итәм, яратам. Бигерәк тә, миңә башҡорт сәнғәтенең зауыҡлылығы оҡшай. Башҡорт эстрадаһында милли тематиканы һаҡлап ҡала беләләр. Татар артистары күберәк, майка, джинсы кеүек асыҡ кейемдәр кейеп сыҡһа, башҡорттар был яҡтан тәүфиҡлылар. Беҙҙекеләр 60-тан үткәс, оҙон күлдәк кейермен әле, яулыҡ ябынырмын әле, тип уйлайҙар, күрәһең. Бөтәһе лә түгел, әлбиттә. Беҙҙә лә үҙҙәрен күрһәтә белгән артистар бар. Бына беҙҙең татар артистарын һабантуйҙарға ла ебәрәләр. Унда һин мотлаҡ үҙеңдең татар икәнеңде күрһәтергә тейешһең. Ҡыҫҡа юбка, күкрәктәрҙең яртыһы күренеп торған күлдәктәр кейеү кәрәкмәй бында. Сәхнә кейеме икенсе булырға тейеш. Кейемдәрҙә ниндәйҙер миллилек булыуы мотлаҡ. Рус артистарына нимә ҡыланһа ла килешә, ә беҙгә, татар менән башҡортҡа, ул килешә торған нәмә түгел. Беҙ - сәнғәт кешеһе, мәҙәниәт кешеһе халыҡта мәҙәнилекте тәрбиәләй алмайбыҙ икән, кем тәрбиәләр һуң ул ваҡытта? Бына мин үҙем концертты алып барыусы, нәфис һүҙ оҫтаһы. Нәфис һүҙ ул, русса әйткәндә «художественное слово» була. Ә хәҙерге алып барыусылар сәхнәгә сығалар ҙа, бөтөн һөйләгәндәре кендектән түбән, теҙҙән юғары тема. Шуны һөйләйҙәр, оялмайҙар ҙа хатта. Халыҡ та «ха-ха-ха» тип, ауыҙын асып, 32 тешен күрһәтеп көлә, ҡыҙыҡ бөтәбеҙгә лә. Мин үҙем бер концертта ла ундай темаға хәбәр һөйләмәйем, ә Әнғәм Атнабаевтың, Фәнис Яруллиндың юмористик шиғырҙарын һөйләйем. Һөйләйем, көлдөрәм тиһәң, бынамын тигән юмористик шиғырҙар күп ул беҙҙең халыҡтың. Тамашасыға лирика етмәй хәҙер. Шуға күрә мин концертта юмор менән генә сикләнмәйем, лирик шиғырҙар ҙа уҡыйым. Концертҡа килһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә күрерһегеҙ. Ә. Атнабаевтың «Әниемә» шиғырын һөйләһәм, бөтөн зал илай. Әгәр һин әйтер һүҙеңде халыҡҡа еткерә алаһың икән, халыҡ уны ҡабул итә. Еткерә алмайһың икән, бөтөн нәмә оятһыҙ нәмә һөйләүгә ҡайтып ҡала. Рус артистарына эйәреп, юмор-шоу, имеш.

Малик Ильясов: Һәр кем үҙенсә аҡса эшләргә тырыша инде. Кем нисек булдыра ала, күкрәген күрһәтәме ул, оятһыҙ нәмә һөйләйме, уларҙың барыһының да төп маҡсаты — аҡса эшләү. Шулай бит?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Эйе, хәҙер бар нәмә шул аҡса эшләүгә ҡайтып ҡалды. Ә шул уҡ ваҡытта тәртип, мәҙәнилек тигән нәмә лә булырға тейеш бит. Уны ла оноторға ярамай.

Малик Ильясов: Ни хәл итәһең, һәр кемгә тереклек итергә кәрәк бит. Хәҙер Совет заманы үтте лә инде.

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Әгәр һинең килеп сыҡмай икән, йөрөмә һуң эстрадала. Ана төҙөлөшкә барып, цемент иҙмәһе бута. Элек худсовет яҡшы эшләне. Улар сәхнәгә сығасаҡ һәр бер әҫәрҙе ентекле тикшерә ине. Бер өтөрөң генә дөрөҫ тормаһын, һин унан үтмәйһең. Хәҙер худсовет та эшләмәй, рәхәт. Сәхнәгә сығалар ҙа теләһә ниндәй, ҡолаҡҡа ла ятмаған йырҙарын башҡаралар. Худсовет контролдә тотһа, йырҙарҙың 80%-ы үтмәҫ ине сәхнәгә. Бар нәмә коммерцияға, аҡса эшләүгә ҡоролған.

Малик Ильясов: Аҡса мәсьәләһенә килгәндә, мәҫәлән, Рәсәй эстрадаһын алып ҡараһаң, беҙҙең Григорий Лепс, Стас Михайлов кеүек артистар иң байҙарҙың береһе һаналалар. Улар ФОРБС-ҡа ла кереп киттеләр хатта. Татарстанды алып ҡараһаң, шундай иң бай артистар буйынса рейтинг бармы ул?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Беҙ улай итеп иң байҙар, тип ҡарамайбыҙ. Кемдең концертына кеше күп йөрөй, шул байыраҡ иҫәпләнә инде.

Малик Ильясов: Ә кемгә күп йөрөй һуң?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Бар шундай бер артист беҙҙә. Уның концертына кешеләр өҫтән ҡушылған буйынса йөрөй. Алдан уҡ хужаларға һин шунса кеше ебәрәһең, тип әйтеп ҡуялар ҙа, ә кассаға исем өсөн 50 генә билет һатырға ҡуялар. Был бит намыҫ менән эшләнгән аҡса түгел. Ә бына татар-башҡорт эстрадаһында үҙ көсө менән, лайыҡлы аҡса эшләгән, иң популяр йырсы һәм финанс яҡтан да иң яҡшы аҡса эшләүсе ул Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин). Уның бөтә билеттары ла касса аша һатыла. Халыҡ үҙ теләге менән шунда уҡ билеттарҙы һатып та алып бөтә. Радиктың концерттарына бер ҡасан да бер кемде лә көсләп билет алдыртмайҙар. Уға урыҫтар ҙа, 80-90 йәшлек әбейҙәр ҙә бик теләп йөрөй.

Малик Ильясов: Радик Юлъяҡшин Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә әсәһе менән генә үҫкән, ҡурай түңәрәгенә йөрөгән ябай малай ине.

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Эйе, ул шундай ябай ғына ғаиләнән сыҡҡан егет. Әсәһе уға ҡасандыр, юҡ аҡсаһын бар итеп, улым өйрәнһен тип, синтезатор алып бирә. Бына ул хәҙер әсәһенең бар ышанысын аҡланы ла инде.

Малик Ильясов: Уның шулай үҙ көсө менән күтәрелеп китеүе икеләтә хөрмәт уята.

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Эйе, уның моңо бар. Сәнғәт буйынса уҡымаһа ла, уны профессиональ, тип әйтеп була. Әле ситтән тороп уҡып йөрөй ул. Бына ҡайһы бер башҡа әртистәрҙе тыңлайһың да, иҫең китеп ҡуя. Шундай тыңҡыштар күп эстрадала хәҙер.

Малик Ильясов: Бына һеҙ тиҙҙән алып киләсәк артистар тураһында ла һөйләшәйек әле. Һеҙ улар менән генә эшләйһегеҙме, әллә башҡалар менән дә эшләйһегеҙме?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Мин бик күп артистар менән дә, төрлө йүнәлештәр буйынса ла эшләйем. Артистар менән теплоходтарҙа ла сығыш яһайбыҙ. Әле Илшат Вәлиев һәм Алина Сафиуллина тигән йырсылар менән киләсәкмен. Улар бик күп эстрада йыры конкурстары лауреаттары, «Болғар радиоһы», «Татар моңо» лауреаттары. Уларҙың репертуарында йәштәр өсөн дә, ололар өсөн дә етерлек матур-матур йырҙар бар. Хәҙер концерттарға бик үк йәштәр ҙә йөрөмәй бит. Күберәк 35 йәштән олораҡтар килә. Йырҙарҙың дискотека өсөнө була, шулай уҡ ҡолаҡты ярып бармаған концертта йырлай торған йырҙар була. Шуны ла иҫтә тотабыҙ беҙ. 21 февралдә Күмертауҙа буласаҡ концертыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ.

Малик Ильясов: Татарстанда клубтарҙың хәле нисек? Ҡазан, Яр Саллы түгел, ә ауыл клубтарында?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Ауыл клубтарының хәле бик яҡшы беҙҙә. Президентыбыҙ ҡарары буйынса ауыл клубтарына ҙур иғтибар бүленә, яңы клубтар һалынып ҡына тора.

Малик Ильясов: Ҙур ауылдарҙа клубтар булыуы аңлашыла, әлбиттә. Ә бына бөтөп барған, бәләкәй ауылдарҙа хәлдәр нисек? Ундай бөтөп барған ауылдар бармы ул Татарстанда?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Хатта бөтөп барған ауылдарҙа ла клуб төҙөйҙәр. 50 урынлыҡ булһын, әммә клуб булһын.

Малик Ильясов: Ә кеше йөрөймө һуң унда?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Биш йөҙҙән артыҡ кеше йәшәгән ауылға бараһың концерт ҡуйырға, зал буш, 50-60 кеше генә ултыра. 50 урынлыҡ клубҡа бараһың, зал тулы, аншлаг. 500 урынлы клубҡа ла шул уҡ 50 кеше йөрөй, тип әйткем килә.

Малик Ильясов: Һеҙгә ауылдар буйлап күп йөрөргә тура килә. Башҡортостан ауылдарын беләбеҙ, бына Татарстан ауылдары ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Иҫке-моҫҡо, ҡыйығынан һыу аҡҡан клубтар юҡмы һеҙҙә?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Юҡ, ундайҙар бөттө беҙҙә. Һәр ауылда тиерлек яңы клуб һалынған.

Малик Ильясов: Фельдшер-акушер пункттары тураһында нимә әйтерһегеҙ?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Һәр ауылда юҡ, әлбиттә. Әммә ФАП-тарҙы ла һәр ауылда тиерлек төҙөп ҡуйырға тырышалар.

Малик Ильясов: Халыҡ ауылдан китмәйме ни? Беҙҙә ауылды ташлап китеүселәр күп бит.

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Халыҡ ауылдан китмәй, тип әйтә алмайым. Китеүселәр ҙә бар. Нигеҙҙә эш булмаған ауылдарҙан китәләр. Шулай ҙа инвесторҙар килеп тора. Улар ауылдарҙа ла эш булдырырға тырыша. Күбеһенсә мәктәпте тамамлаған уҡыусылар китә ауылдан.

Малик Ильясов: Ә мәктәптәр ябыламы? Уҡыусыларҙы автобустарҙа йөрөтәләрме?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Мәктәп ябылыу күренеше беҙҙә лә бар. Ҡайһы бер күрше ауылдарға автобус менән дә йөрөтәләр. Хәҙер ауылдарҙа күбеһенсә бәләкәй генә мәктәбе, клубы, спорт залы бер урында булған комплекстар һалырға тырышалар.

Малик Ильясов: Тағы бер проблема тураһында ла һорамай булмай. Бына беҙҙә ирҙәрҙең күптәре эшкә тип Себер яҡтарына сығып китә. Ауылдан ғына түгел, ҡаланан да китәләр. Эш юҡ. Эш булған хәлдә лә, эш хаҡы аҙ. 10-15 мең һум аҡсаға йәшәп булмай. Ҡасандыр Татарстан конгресына сығып та һораған булғайны был мәсьәлә тураһында. Татарстанда ла шундай Себер китеү күренеше күҙәтеләме? Шулай уҡ ауылдарҙа эсеү менән мауығыусылар күпме?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Ауылдарҙа эсеү тигән нәмә бөттө, тиһәң дә була. Хәҙер ундай нәмә күҙәтелмәй. Элек бер егеткә ярты бирһәң, утыныңды бысып, ярып, өйөп тә бирә торғайны. Хәҙер шул уҡ егеткә: «Аҡса бирәм, эшлә әле», - тиһәң дә, эшләмәй ул, сөнки ул айныған. Ә биргән аҡса уның өсөн аҙ. Татарстанда ла Себергә китеүселәр бар, әммә улар күп түгел. Быға бер миҫал ғына килтерәм. Нижневартовскиҙан Ҡазанға поезд менән ҡайтҡан саҡта, Яңауылға еткәйнек, вагонда бер кем ҡалманы. Вахтовиктарҙың барыһы ла төшөп бөттө. Башҡортостандан вахтаға күп йөрөйҙәр, ысынлап та. Татарстандан ул хәтлем күп йөрөмәйҙәр. Хатта, ғаиләле ҡатын-ҡыҙҙарҙың кемеһе ашнаҡсы, кемеһе йыйыштырыусы булып эшләй Себерҙә. Нишләп улай икәнен бына әйтә алмайым.

Малик Ильясов: Ә юлдар нисек һеҙҙә?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Юлдар яҡшы беҙҙә. Юлдарҙы ныҡ ҡарайҙар. Татарстанға етһәң, юлдар Европаны хәтерләтә, тип күп кешенән ишеткән бар. Ауылдарға ла юлдар һәйбәт. Һәр ауылда газ үткән, юл яҡшы, бөтөн нәмә бар.

Малик Ильясов: Нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ туған тел менән бәйле проблемалар хаҡында нимә әйтерһегеҙ?

Фәнил Мөбәрәкйәнов: Тел проблемаһын һөйләһәң, күп инде. Беҙҙең башҡорт, татар теле юғалмаясаҡ, йәшәйәсәк. Беҙ барыбыҙ ҙа, Аллаға шөкөр, үҙ туған телебеҙҙе лә, урыҫ телен дә яҡшы беләбеҙ. Балам урыҫса уҡыһа, кеше булыр, тип туған телен онотҡан маңҡорттар беҙҙә лә күп. Бер көләмәс бар бит әле. Арыҫлан йәнлектәрҙе йыя ла: «Аҡыллылар бер яҡҡа, матурҙар икенсе яҡҡа баҫығыҙ», - тиһә, маймыл уртала: «Ҡайһы яҡҡа баҫайым икән?» - тип ултыра, ти. Шуның һымаҡ, ҡайһы яҡҡа баҫырға, ҡайһы телде һайларға белмәгәндәр етерлек, ҡыҙғанысҡа. Ниндәй телдә һөйләшһәк тә, ниндәй милләттән булһаҡ та, илебеҙ бер беҙҙең. Артабан да шулай татыу йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла.

Малик Ильясов: Татарстан - беҙҙең күрше республика, туғандаш халыҡ. Шуға күрә уларҙың тормошо ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Шундай ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Фәнил Камил улы.
Читайте нас: