Все новости
Мәҙәниәт
16 Февраля 2018, 12:43

КҮРШЕЛӘРГӘ РУХИ КҮСТӘНӘС

Таймаҫ ауылына барып, ремонт яһалған мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйыуыбыҙ хаҡында «Юшатыр»ҙа яҙғайныҡ инде.

Таймаҫ ауылына барып, ремонт яһалған мәҙәниәт йортонда концерт ҡуйыуыбыҙ хаҡында «Юшатыр»ҙа яҙғайныҡ инде.

Шул сығышыбыҙҙы дауам итеп, үҙебеҙҙең ижади коллективыбыҙ менән Ялсыҡай, Илкәнәй, Федоровка районының Денис ауылдарына ла барып, концерттар ҡуйып ҡайтырға насип булды беҙгә.

Тамашасыларҙың дәррәү килеп, алҡышлап ултырыуҙары, әртистәребеҙгә ижади ҡанаттар үҫтереп ебәрҙе.

Рәхмәттәребеҙҙе Ялсыҡай ауылы клубы етәксеhе Хәлимә Рауил ҡыҙына, Денис ауылы мәҙәниәт йорто етәксеhе Нәфисә Ғаязетдин ҡыҙына hәм Илкәнәй ауылы мәҙәниәт йорто етәксеhе Рина Рим ҡыҙына, ҡул сабып, йылы ҡаршы алыусы тамашасыларыбыҙға еткерәбеҙ.

Ошо үҙенсәлекле сығышыбыҙҙа үҙебеҙгә ҙур, бай тәьҫораттар алып ҡайттыҡ. Ижадташ дуҫтарыбыҙға, юл йөрөтөп алып ҡайтыусы шоферҙарыбыҙға ғаилә именлеге, иҫәнлек-hаулык, ижади уныштар теләйбеҙ.

Гөлдәр УСМАНОВА
Зәк-Ишмәт ауылы


Читайте нас: