Все новости
Мәҙәниәт
27 Февраля 2018, 16:58

БЕҘҘЕКЕЛӘР - «БАЙЫҠ»ТА

“Байыҡ” республика телевизион конкурсының һайлап алыу туры үтте. Унда беҙҙең райондан да ҡатнаштылар. Шәбағыш ауылынан Булат Урманбәтов менән Таймаҫ ауылынан Татьяна Исҡужина икәүләп “Үткән ғүмер” бейеүен башҡарҙылар. Уларҙы мартта үтәсәк 1-се турға үтеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

- Беҙгә бейеүҙе Йылайыр районынан Азамат Кәримов ҡуйҙы. Өс балам булыуына ҡарамаҫтан, республика бәйгеһендә ҡатнашыуыма бик шатмын. Бының өсөн иң тәүҙә тормош иптәшем Илдар Исҡужинға ныҡ рәхмәтлемен. Мине бер һүҙһеҙ репетицияларға йөрөттө, бейеү өйрәнер өсөн Йылайыр районына ла алып барҙы. Шулай уҡ Өфөгә барыуҙы ойоштороусы район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Вахитова менән “Йәшлек” мәҙәниәт йорто директоры Ирина Песецкаяға ҙур рәхмәт, Шәбағыш мәҙәниәт йорто мөдире Рузалия Әхийәрова ла репетициялар үткәреүҙә үҙ ярҙамын күрһәтте, - ти Татьяна Исҡужина.
Читайте нас: