Все новости
Мәҙәниәт
12 Марта 2018, 13:46

НИ АУЫЛДЫҠЫ, НИ ҠАЛАНЫҠЫ БУЛЫП БУЛМАНЫ

Беҙ һәр ваҡыт төрлө өлкәлә билдәлелек алған, ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың ижад һәм тормош юлы менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып барырға тырышабыҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ күптән түгел генә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова.

Беҙ һәр ваҡыт төрлө өлкәлә билдәлелек алған, ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып, уларҙың ижад һәм тормош юлы менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ла таныштырып барырға тырышабыҙ. Бөгөнгө геройыбыҙ күптән түгел генә 70 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ниса Бакирова.

Тимербай ауылында тыуып үҫкән Миңниса Миңлевәли ҡыҙы Бакирова (Йомағолова) мәктәпте тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә. 1970 йылда училищены тамамлағас, тормош иптәше Филарит Бакиров менән Салауат башҡорт драма театрында эш башлайҙар. Был театрҙа 20 йыл хеҙмәт иткәс, улар Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрына күсә. Әлеге көндә лә Ниса Бакирова ошо театрҙа ең һыҙғанып эшләй.

«Бәләкәй саҡтан актер булыу хыялы менән яндым. Башҡа һөнәр тураһында уйламаным да, теләмәнем дә. Ике туған ағайым Башҡортостандың, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағолов ҡәтғи рәүештә: «Сәнғәт тирәһенә ике аяғыңдың береһен баҫмайһың! Бармайһың да, йөрөмәйһең дә!» - тип әйтеүенә лә, атай-әсәйгә мине унда ебәрмәҫкә ҡушыуына ла ҡарамай сәнғәт училищеһына уҡырға индем. Илшат ағайымдың ни өсөн ҡаршы булғанын, бик күп йылдар үткәс кенә аңланым. Минең кеүек бәләкәй генә буйлы, төҫ тиһәң төҫө булмаған кеше сәнғәт өлкәһендә уңыш яулай алмаҫ, тип уйлаған ул, сөнки сәхнә кешеһенең оҙон буйлы, төҫкә һылыу булыуы мотлаҡ тигән стереотип йәшәп килә һәр саҡ. Талант тәү күреүҙән генә күҙгә ташланып бармай бит. Минең билдәле актер буласағыма, матур ролдәр уйнай алырыма ағайым бер ҙә генә ышанмаған, күрәһең. Ғүмер буйы икенсе пландағы ролдәр генә уйнар, тип ҡурҡҡандыр ул», - тип иҫләй Ниса Бакирова үҙенең ҙур сәнғәт донъяһына, театрға аяҡ баҫҡан осорон.

Шулай ҙа, ағаһы арҡаһында уҡырға инде, шуның аша эшкә урынлашты тигән һүҙҙәр ҙә булманы түгел. Оҙаҡ йылдар театрҙа эшләгәндән һуң, бер ваҡыт Илшат ағайымды осратып: «Актер булыуыма ҡаршы булғайның ҡасандыр, ағай. Хәҙер нимә әйтерһең инде?» - тип һорарға баҙнатсылыҡ иттем. «Һинең шундай көслө актриса булырыңа ышанмағайным шул», - тине ул.

Эйе, Стәрлетамаҡ театрын Ниса Бакированан башҡа күҙ алдына ла килтереп булмай, тиһәң дә артыҡ булмаҫ. Тормошсан, характерлы ролдәре менән халыҡтың һөйөүен яулап алған ул. Хатта, күҙ ҡарашы менән дә тамашасыны үҙенә буйһондорорға һәләтле актриса. Тормош иптәше Филарит Бакиров менән бергә бик күп йылдар дауамында төрлө матур, сағыу образдар сағылдыра улар. Универсаль ижадсы ул Ниса Бакирова. Көлдөрә лә, илата ла, йырлата ла белеүе менән тамашасы һөйөүен яулай алған ул. Ә артист кеше өсөн иң мөһөиме — тамашасы һөйөүе.

«Һәр ваҡыт үҙ өҫтөмдә эшләйем. Башҡа актерҙарҙың уйнауына ҡарап, ә мин былайыраҡ уйнар инем, былайыраҡ эшләр инем, тип уйлайым гел генә. Диплом алып ҡына әртист булып китеп булмай бит. Актер яҡшы уйнағанды ла, насар уйнағанды ла ҡарап өйрәнергә тейеш», - ти Ниса апай.

«Миңә Филарит менән тормошта ла, сәхнәлә лә еңел булды. Хәҙер сәхнәлә лә, тормошта ла ир заттары ниңәлер йомшаҡ бит. Бер ваҡыт Валентина Талызина менән әңгәмәне тыңлап ултырғайным, ҡыҙына әйтә: «Ирҙәрҙең яртыһы эскесе, ә ҡалған яртыһы йүнәлешен (ориентация) юғалтҡан»– ти. Был ысынлап та шулай бит», - ти Ниса апай үҙенең тормош иптәшенә ҡарата һаман да һаҡланған һөйөү хистәрен белдереп.

Ниса Бакированың ҡыҙы ла, улы ла ата-әсәһе кеүек артист һөнәрен һайламағандар. «Мин уларҙың актер булыуҙарына ҡаршы ла булманым. Балалар менән бергә гел генә юлда булырға тура килде беҙгә. Ошо юл йөрөү ҡыйынлыҡтарын күреп үҫкәнгәлер, балаларым беҙҙең юлдан китмәне. Ләйсән ҡыҙым Салауатта уҡытыусы булып эшләй. Актерлыҡ һәләте булһа ла, Марсель улым да тормошон икенсе өлкә менән бәйләне. Аталары ла уларҙың актер булыуын теләмәне. Тормош иптәшем, Филаритым беҙҙе мәңгелеккә ташлап киткәнгә лә биш йыл була. Әлеге көндә бар таянысым шул балаларым һәм ейән-ейәнсәрҙәрем», - ти ул был хаҡта.

Ниса апай менән телефон аша һөйләшкән саҡта, тыуған яҡтары, туғандары хаҡында ла әңгәмәләштек. «Ни ауылдыҡы, ни ҡаланыҡы булып булманы инде. Күңелебеҙ ауылда, ә үҙебеҙ ҡалала йәшәйбеҙ. Тыуған яҡ һәр саҡ үҙенә тартып ҡына тора. Бигерәк тә, йәй көндәрендә ауылға ҡайтҡы килә. Тимербайҙа апайым Фәүриә Тимербаева йәшәй. Отпуск ваҡытында унда ҡайтып йөрөп килмәһәм күңелем булмай. Ҡайтҡан һайын тыуған ауылымдың ялан-ҡырҙарын ҡыҙырам. Зыяратҡа барып, әтей-әнейемдәрҙең фатихаһын алып китәм. Бигерәк тә, тауға менеп, бар тирә-яҡты өҫтән күҙәтеп торорға яратам мин. Тик шуныһы ғына эсте бошора, ауыл хәҙер элеккесә түгел шул. Ап-аҡ яулыҡтарын елферҙәтеп кенә йөрөгән әбейҙәр ҙә юҡ. Урам гөрләтеп уйнаған бала-саға ла күренмәй. Ауылда бер йән эйәһе юҡ кеүек тойола. Элек ишек алдарын беҙ матур итеп һепереп ҡуя торғайныҡ. Хәҙер кеше тапамағас, бар ерҙе үлән баҫҡан. Ошо юлһыҙ-ниһеҙ ауылда бала-сағым үтте. 50 км алыҫлыҡтағы Маяҡ ауылына йөрөп уҡыныҡ. Аҙна һайын йәйәүләп ҡайта инек шунан. Ҡуйынға ике буханка икмәк ҡыҫтырып, ҡыҫҡа ғына ҡуныслы резинка итек кейеп алабыҙ ҙа юлға сығабыҙ. Аяҡтарыбыҙ лысма һыу булып, саҡ ҡайтып етә инек. Йылға аша сыға алмай хитланғаныбыҙ үҙе бер тарих.

«Йоҡларға ятҡас, һәр кис һайын күңелем менән ауылыма ҡайтып киләм. Тәүҙә ауылдағы һәр бер йортто күҙ алдынан үткәрәм. Шунан унда йәшәгән һәр бер кешене иҫләп, уларҙы күңелемдән генә иҫәпләй башлайым. Бына Тимербайҙа мәсет тә асып ҡуйҙылар, әммә унда йөрөүсеһе генә юҡ тиерлек. Һанап китһәң, ауылда 20-30-лап кеше йөрөрлөк бит әле мәсеткә. Миңә бик күп ерҙәрҙә булырға тура килә. Шундай матур, төҙөк ауылдарҙы күреп һоҡланып ҡайтам. Беҙҙең ауыл ситтә ултыра шул, тибелгән кеүек. Элек Ырымбур өлкәһенә ҡараған бит ул», - ти Ниса апай ауылдарҙың әлеге яҙмышына борсолоп.

Юғарыла яҙғаныбыҙса, күптән түгел Ниса апай 70 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны ҡотларға Көйөргәҙе районынан класташтары ла килеп еткән. «Оло байрамыма йәм өҫтәүсе класташтарыма рәхмәтлемен. Уларҙың һәм шулай уҡ бар яҡташтарымдың да эштәре һәр саҡ уң булһын. Бай булһындар, бар булһындар. Ҡасандыр коммунизмға табан китеп барғанда төшөп ҡалғайныҡ бит әле. Шуның һымаҡ башҡа улай төшөп ҡалғандарҙан булмайыҡ. Һәр саҡ алға табан барайыҡ. Мине онотмай, иҫкә алып хөрмәтләгәнегеҙ өсөн «Юшатыр»ға ла ҙур рәхмәт!», - тигән һүҙҙәрен юллай беҙгә бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, күренекле актриса булып киткән, Хоҙай биргән таланты менән 50 йыл ғүмерен яратҡан сәхнәһенә бағышлаған яҡташыбыҙ.

Беҙ ҙә Ниса Миңлевәли ҡыҙына ижади уңыштар, иҫәнлек, оҙон ғүмер, тағы ла яңыраҡ, юғарыраҡ үрҙәр яулауын теләп ҡалабыҙ.



Ниса Бакирова төрлө йылдарҙа уҙған “Театр яҙы” республика фестивалендә: 1994 йылда Ф. Бүләковтың “Онотолған доға” легенда-ялбарыуында Тауҡай, 2005 йылда Р. Кинйәбаевтың “Ә Торатау һаман тора...” спектаклендә Миңһылыу ролдәре менән лауреат, 2009 йылда Ф. Бүләковтың “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме...” драмаһында Сәлимә роле менән “Иң яҡшы төп ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында еңеүсе була. Ә 2010 йылда республика башҡорт драматургияһы фестивалендә Ф. Бүләковтың “Мәскәү-Васютки” спектакленең Гран-приға лайыҡ булыуы Ниса һәм Филарит Бакировтар өсөн оло ижади бейеклеккә әүерелде. Оҙаҡ йылдар театр сәнғәтен үҫтереүҙәге фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Ниса Бакирова 1982 йылда “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы”, 1995 йылда “Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнде. Оҙаҡ йылдар театрға тоғро хеҙмәт иткән актриса 2017 йылда Рәсәй Президенты ның Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

Ниса Бакированың иң сағыу образдары – Тауҡай (“Онотолған доға” Ф. Бүләков), Рәхимә (“Буш сәңгелдәк”, Илшат Йомағолов), Памела (“Был ҡарсыҡты нисек дөмөктөрөргә?”, Дж. Патрик), Тайба (“Мөхәббәт ҡоштары”, И. Йоғолов), Фатима, (“Насретдиндың биш ҡатыны” И. Садиҡов), Миңһылыу (“Ә Торатау һаман тора...”, Р. Кинйәбаев), Уңғанбикә (“Ҡыҙ урлау” М. Кәрим), Ғәлиәбаныу (“Ғәлиәбаныу”, М. Фәйзи), Семеновна (“Йәшә һәм онотма”, В. Распутин), Разия (“Ай булмаһа, йондоҙ бар...”, Т. Миңнуллин), Суфыя (“Аҙашҡан ҡунаҡ”, Н. Птушкина), Өләсәй (“Өс таған”, М. Кәрим ) һәм башҡалар.
Читайте нас: