Все новости
Мәҙәниәт
13 Марта 2018, 16:25

ИР-ЕГЕТТӘРЕБЕҘ БЕҘҘЕ ҘУРЛАНЫ

8 март көндө Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда ир-уҙамандарыбыҙҙың сығыштарынан ғына торған шәп концерт булды.

8 март көндө Яҡшымбәт мәҙәниәт йортонда ир-уҙамандарыбыҙҙың сығыштарынан ғына торған шәп концерт булды.

Оҫта гармунсылар, йырсылар, юмористар, төрлө уйындар, һорауҙар биреп, еңеүселәргә бүләктәр, сәскәләр таратты. Һәр бер сығыштары ла ҙур оҫталыҡ менән башҡарылды.

Сәхнә түрен күптән инде үҙ иткән ир-егеттәребеҙ бер ҙә Өфө артистарынан кәм түгел. Тамашасылар менән тулы зал аяғөҫтө баҫып устары ҡабарғансы алҡышланы. Улар – төрлө эш урындарында, ғаиләле, ҙур шәхси хужалыҡтары булған хеҙмәт кешеләре. Ваҡыт табып, ҙур сәхнәгә менеп ҡатнашыуҙары үҙе бер батырлыҡ. Шундай байрам ойошторғандары өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, ғаилә бәхете теләйбеҙ, эштәрендә гел уңыштар ғына юлдаш булһын. Беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар йылмайышып, байрамыбыҙҙан бик тә ҡәнәғәт булып таралыштыҡ.

Рәйлә АҠҺАРОВА

Яҡшымбәт ауылы
Читайте нас: