“Байыҡ” республика телевизион конкурсының һайлап алыу туры үтеүе, унда районыбыҙҙың Шәбағыш ауылынан Булат Урманбәтов менән Таймаҫ ауылынан Татьяна Исҡужина ла ҡатнашып, уларҙың 1-се турға үтеүҙәре хаҡында яҙғайныҡ.
Шаршамбы көндө яҡташтарыбыҙ тағы баш ҡалабыҙға барып, “Байыҡ”та “Үткән ғүмер” бейеүе менән сығыш яһап, 2-се турға үтеп ҡайтты. Афарин, тибеҙ уларға. Артабанғы һынау көҙ көнө буласаҡ, унда ла еңеү яулауҙарын теләйбеҙ.
- Мин “Байыҡ”ҡа барып тыныс күңел менән бейеп ҡайттым, сөнки балаларымды әсәйем Валентина Ишмөхәмәтоваға ҡалдырып киттем. Миңә республика конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге биргәне өсөн Һөйөклө әсәйемә ҙур рәхмәт әйтәм, - ти Татьяна Исҡужина.