Китапханасы Земфира Шамил ҡыҙы Дәүләтсурина Б. Бикбай исемендәге Мораптал урта мәктәбе уҡыусыларына әҙиптең китаптарынан торған күргәҙмә ойошторҙо, уның тормошо һәм ижады тураһында ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Был саранан уҡыусылар үҙҙәре лә ситтә ҡалманы: шағирҙың шиғырҙарын башҡорт, татар телдәрендә тасуири итеп уҡынылар, уның поэтик әҫәрҙәренә яҙылған йырҙарҙы башҡарҙылар. Бигерәк тә Әнғәм Атнабаевтың йәшлек, мөхәббәт лирикаһы уларҙың күңеленә бик тә хуш килде.