Все новости
Мәҙәниәт
16 Марта 2018, 13:25

РӘХМӘТЛЕБЕҘ!

Зәк-Ишмәт ауылында бер юлы әтейҙәрҙе лә, әнейҙәрҙе лә ҡотлап, ҙур байрам кисәһе ойошторолдо, сөнки ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата хөрмәт байрамда ғына түгел, көн дә булырға тейеш.

Зәк-Ишмәт ауылында бер юлы әтейҙәрҙе лә, әнейҙәрҙе лә ҡотлап, ҙур байрам кисәһе ойошторолдо, сөнки ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата хөрмәт байрамда ғына түгел, көн дә булырға тейеш.

Сарала ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр әртистәре һәр ваҡыттағыса шәп концерт номерҙары менән ҡыуандырҙы, алмаш-тилмәш ир-егеттәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға арналған йыр-бейеүҙәр бер-бер артлы алмашынып ҡына торҙо. Ауыл советы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Хәлиҙә Зөфәр ҡыҙы Әхмәтова барыбыҙҙы ла байрам менән тәбрикләп, күптән түгел генә оло маҡтауға лайыҡ булған яҡташтарыбыҙҙы тағы бер тапҡыр ҡотлап үтте. Яңыраҡ ҡына Гүзәл Нәбил ҡыҙы Сәлихова «Әсәлек даны» миҙалы алып ҡыуанғайны. Балалар йортонан сабыйҙар алып тәрбиәләгән, шул уҡ ваҡытта оло йәштәгеләрҙе лә ҡарарға ваҡыт табыусы Әлфиә Ғәли ҡыҙы Йосопова һәм һауынсы Вера Петровна Усманова район Хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтан Почет Грамотаһы алыу бәхетенә иреште. Тағы бер ауылдашыбыҙ Фәйрүзә Сибәғәтулла ҡыҙы Ермакова «Алтын йөрәк» номинацияһы алған. Мәктәп уҡытыусыһы Айгөл Нәзир ҡыҙы Гурьянова Өфө хәтлем Өфөнән «Ҡатын-ҡыҙ-педагог» номинацияһында еңеү яулап ҡайтҡайны. Ә Рәмилә Мансур ҡыҙы Әкбәроваға яңыраҡ ҡына районыбыҙға килгән сенатор Рафаил Нариман улы Зиннуров үҙе үк Рәхмәт хаты тапшырғайны. Беҙ үҙебеҙҙең ошондай яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм шундай матур байрам сараһы әҙерләп күрһәткән әртистәребеҙгә, шулай уҡ һәр бер сығышты алҡыштарға күмеп ултырған тамашасыға рәхмәттең иң ҙурын әйтәбеҙ.

Фәйрүзә ӘКБӘРОВА

Зәк-Ишмәт ауылы
Читайте нас: