Все новости
Мәҙәниәт
16 Марта 2018, 13:18

«СУЛПАН»ДЫҢ РУХИ НУРЫ

Шишәмбе көндө ҡалабыҙҙа һәм районда Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының VI “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестивале үтте. Район һәм ҡалабыҙҙың йыр-бейеүгә маһир үҙешмәкәр коллективтары “халыҡ”, “өлгөлө” исемен алыу һәм яҡлау өсөн ижади бәйгегә йыйылды.

Шишәмбе көндө ҡалабыҙҙа һәм районда Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан ойошторолған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының VI “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” республика фестивале үтте. Район һәм ҡалабыҙҙың йыр-бейеүгә маһир үҙешмәкәр коллективтары “халыҡ”, “өлгөлө” исемен алыу һәм яҡлау өсөн ижади бәйгегә йыйылды.

Был көндө райондан 16 коллектив үҙ исемен яҡланы һәм Бахмут ауылынан “Ҡыңғырау” ансамбле өлгөлө исемгә лайыҡ булһа, ҡаланан Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт фольклор ансамбле үҙ исемен яҡлап, “Сулпан” вокаль ансамбле лә халыҡ исемен алып ҡыуанды.

Ҡалабыҙҙың “Сулпан” вокаль ансамбле 2014 йылдан бирле әүҙем эшләй. Етәксеһе булған Фатима Усманова ансамблгә ижадҡа, йыр-моңға ғашиҡтарҙы туплай. Бөгөнгө көндә Фатима Абдулла ҡыҙы етәкселегендәге ансамблдең төп составын – Мәйсәрә Хәлилова, Гөлназ Әмирғәлина, Фәриҙә Фәттәхова, Рита Сабитова, Гөлнара Хисамова, Инзира Хисамова, Фирүзә Кусҡарова, Миншат Ишкинина, Ильмира Шамовская тәшкил итә. Эйе, «Сулпан»дарҙың кемеһен генә алып ҡарама, йырһыҙ, моңһоҙ йәшәй алмаған, сәнғәткә мөкиббән ғашиҡ, тормошто яратҡан апайҙар. Араларында хаҡлы ялға сыҡҡандары ла, эшләп йөрөгәндәре лә бар. Улар татыу ғаиләне хәтерләтә, йырға һөйөү һәммәһен яҡынайтҡан, берләштергән. Етәксенең ойоштороу һәләтен, үҙ эшенә яуаплы ҡарауын да баһаларға кәрәк. Әлеге көндә бында 10 кеше шөғөлләнә. Ансамблдең репертуарында халыҡ йырҙары, шулай уҡ яҡташтарыбыҙ Айрат Ҡобағошовтың, Йәүҙәт Усмановтың да йырҙары бар. Район-ҡала, республика кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа улар төрлө лауреат исемдәрен яулай һәм бихисап диплом, Рәхмәт хаттары — уларҙың сәмле, егәрле хеҙмәтенә оло баһа. Хәҙер “Сулпан” вокаль ансамбле халыҡ ансамбле исемен алды һәм был ҙур исемгә тап төшөрмәй уны яҡлаясаҡтар. Эйе, халыҡ ансамбле тигән исем «Сулпан»дарға, әйтерһең дә, ҡанат ҡуйҙы. Улар тағы ла дәртләнеп, яңы ижади ҡомар менән янып эшкә тотонасаҡтары хаҡында ла әйтте.

“Беҙҙең вокаль ансамблебеҙ бынан 4 йыл элек ойошторолғайны. Коллективҡа төрлө һөнәр эйәләре тупланған, уҡытыусылар, эшселәр, ғөмүмән, дәртлеләр, талантлылар йыйылған. Ваҡыт менән иҫәпләшмәй, мәҙәниәт донъяһына башкөллө сумған кешеләрҙең арабыҙҙа йәшәүе ҡыуандыра. Репетицияларға һәр кем ҙур теләк менән йөрөй. Халыҡ исемен алыуыбыҙҙа ансамблдәге һәр кемдең өлөшө ҙур. Жюри ағзалары ла беҙгә ҙур баһа бирҙе һәм коллективыбыҙҙа йөрөүселәрҙең музыка белемдәре булмаһа ла 2-3 тауышҡа бик оҫта йырлауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Ансамблегеҙ Күмертау ҡалаһын республиканың сәнғәт өлкәһендә үткәрелгән сараларҙа ла лайыҡлы күрһәтә ала, тигән һүҙҙәре беҙҙе тағы ла дәртләндереп ебәрҙе”, - тине Фатима Абдулла ҡыҙы.

“Сулпан” халыҡ вокаль ансамблен йәшәтеүсе, йән ѳрѳүсе халыҡ араһынан сыҡҡан, йыр-моң яратҡан апайҙарға ижади уңыштар, күңел күтәренкелеге, бөтмәҫ көс-дәрт теләйбеҙ.
Читайте нас: