Все новости
Мәҙәниәт
20 Марта 2018, 13:23

«ҠАТЫН-ҠЫҘ ТҮГЕЛ, Ә...»

Яңыраҡ Күмерселәр мәҙәниәт һарайында Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары «Ҡатын-ҡыҙ түгел, ә...» тип исемләнгән концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Концертта яҡташтарыбыҙ: Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, ҡурайсы, ҡурай, ҡубыҙ оҫтаһы Зыя Хәлиловтың улы, республика, Рәсәй конкурстары лауреаты Салауат Хәлилов менән Маяҡ ауылы егете Зөлфир Басировтың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне.

Салауат Хәлилов «Уралым» йырын башҡарып, ҡурайҙа, һыбыҙғыла уйнап рухи күтәренкелек өҫтәне, йырсы-ҡурайсыны халыҡ дәррәү алҡыштарға күмеп, сәскәләр бүләк итте. Ошо сараны алып барыусы нәфис һүҙ оҫтаһы Зөлфир Басиров үҙенә генә хас йыры, йор һүҙле булыуы менән халыҡ күңелен яуланы.

Концерт һуңынан Салауат Хәлилов менән Зөлфир Басиров, әсәләренә рәхмәттәр әйтеп, сәскә бүләк итте.
Читайте нас: